Мөнир ҠУНАФИН — 13 августа 2026 г. в 11:28:51.265
Мөнир ҠУНАФИН Һуғыш тураһында яҙыуы ҡыйын түгелме, был темаға тотонорға нимә мәжбүр итте? Был һорауҙы йыш ишетәм. Бөйөк ватан һуғышындағы Бөйөк Еңеү һәм унда ҡатнашҡан батырҙар, олатай-өләсәйҙәр менән беҙ ғүмер буйы һоҡланып, ғорурланып йәшәнек, йәшәйбеҙ. Беҙ был ауыр һәм дә данлыҡлы йылдар хаҡында күберәк фильмдарҙан, китаптарҙан, йә ветеран бабайҙар, олатайҙар һөйләгәндәрҙән белә инек. Ә Махсус хәрби операция хаҡында киләсәк быуын белерме, ысын хәҡиҡәтте аңлармы? Тәүге яҙған хикәйәм һуғыш тураһында ине. Еңеүҙең 40 йыллығына, йәғни 1985-се йыл, ул саҡтағы “Башҡортостан пионеры” гәзитендә баҫылды ул. 14 йәшемдә лә был тема миңә бик ҡәҙерле булған. Ике малай, ауылдарын немецтар килеп баҫҡас, улар араһында йөрөп, дошмандарҙың серле документтарын урлап, партизандарға алып тапшыралар. Йөкмәткеһе яҡынса шулайыраҡ ине. А. Фадеев (“Молодая гвардия”), В. Катаев (“Сын полка”) Б. Полевой (“Повесть о настоящем человеке”), Ә. Бикчәнтәев (“Нисә йәш һиңә, комиссар”, “Бөркөт һауала үлә”), Д. Исламов (“Мәскәү юлы”) һб яҙыусыларҙың китабын уҡып, тәьҫирләндек. “Герой-пионерҙар” китабын беҙ ун-егерме тапҡыр уҡыйбыҙ, мендәр аҫтына һалып йоҡлайбыҙ. Уларҙың ҡыйыулығы беҙгә лә күсеүен теләйбеҙ. Ә инде һуғыш тураһында кино булғанын белһәк, бар эштәрҙе ташлап, ҡайҙан да биш йә ун тин аҡса йүнләп, клубҡа йүгерәбеҙ. Китаптағы йә фильмдағы герой менән көндәр, аҙналар буйы бергә йәшәйһең, улар менән атаҡаға бараһың, батырлыҡтар ҡылаһың, немецтәрҙе әсиргә алаһың әле, һуңынан уныһы бер урам малайҙары менән ике яҡлы уйындарға инеп китә. Тик береһенең дә нимес булғыһы килмәй, барыһы ла совет иле батыры... аптырамайбыҙ, ҡылыс, автоматтар эшләп алып, “нимес –кесерткәндәр”ҙе ҡырабыҙ, йыуан фашист-түмәрҙәрҙе ярабыҙ, ҡайсаҡ Гитлер ялсылары – һарыҡ-кәзәләрҙе таш-гранаталар менән дөмбәҫләйбеҙ... Иң көслөһө, иң батыры беҙ! Ни өсөн – сөнки беҙ Еңеүсе халыҡтың балалары, беҙҙең атай-олатайҙарыбыҙ Герой! Тимәк, беҙҙең тәндә лә, йән дә лә ҡаһармандар ҡаны аға. Беҙҙе бер кем дә еңә алмай! Иң көслө ил беҙҙеке! Беҙ шуға ышанып, инанып үҫтек. Һәм... бер нимәгә үкендек, ниңә алдараҡ тыумағанбыҙ икән, күрһәтер инек ул дошманға күрмәгәнен, их, фашистар дөмөктөрөлдө, хәҙер бер ҡасан да һуғыш булмаясаҡ, беҙ ҙә ысын герой булыр инек, ивет, тип бойоғоп ултырған булдыҡ, уйнап туйып арығас. Ә баҡһаң... Махсус операция биләмәһенә барып ҡайттым. Әҫәрҙәр, юлъяҙмалар яҙылды, китаптап баҫылды. Хәтәр икән ул һуғыш, был тарих, аяныслы, ҡанлы, киләсәк хаҡына данлы тарих. Ил яраһы яҙыусы йөрәге аша үткәндә, әҙип булараҡ, был теманан ситтә ҡала алманым. Яҙыуы еңел түгел, тик кәрәк. Киләсәк өсөн кәрәк. Үҙебеҙҙең тарихты үҙебеҙ яҙмаһаҡ, башҡаларҙың мәғәнәһеҙ ҡулдары алдаҡ тарих тыуҙырасаҡ. Ярты йыл элек Башҡортостанда махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың хәрби батырлыҡтары иҫтәлеген , тылдағыларҙың фиҙаҡәр хеҙмәтен мәңгеләштереү буйынса комиссия төҙөлгәйне. Кисә Өфөлә уның тәүге ултырышы үтте. Республика Башлығы Радий Хәбиров үҙе алып барҙы. Шул комиссия ағзаһы булараҡ, ҡатнашырға яҙҙы. - Махсус хәрби операцияның тәүге көндәренән яҡташтарыбыҙ оло намыҫ менән хәрби бурысын үтәй. Тылда ҡалғандар Еңеү өсөн барыһын да эшләргә тырыша. Республика халҡының хәрби һәм хеҙмәт ҡаһарманлығы киләһе быуындарға барып етергә һәм мәңге хәтерҙә ҡалырға тейеш — был беҙҙең төп бурыстарыбыҙҙың береһе. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, тарихи факттарҙың тиҙ генә юҡҡа сығыуы ихтимал. Шуға күрә беҙҙең күҙ алдында яҙылған тарихты һаҡ ҡына, әҙ-әҙләп йыйырға кәрәк, - тине Башлыҡ. Эйе, тиҫтәләрсә китаптар яҙылған, меңдәрсә ТВтапшырыуҙар төшөрөлгән, бик күп кино эшләнгән, бихисап проекттар башҡарылған. Дәүләт архивына ғына биш меңдән ашыу төрлө материалдар нығытылған, беркетелгән. Эш ҡайнай. Был турала тейешле министрлыҡтың, ойошмаларҙың етәкселәре ентекләп һөйләне. - Беҙ ҙур эш башланыҡ. Унда беҙҙең киң мәғлүмәт саралары, яҙыусылар һәм мәҙәниәт эшмәкәрҙәре, музейҙар, архив эштәре буйынса идаралыҡ ҡатнаша. Беҙ мәғлүмәттәрҙе йыйырға, дөрөҫ итеп эшкәртергә һәм уларҙы йәмәғәтселеккә еткерергә тейешбеҙ. Һалдаттарҙың артефакттарын, шәхси әйб

