ҠУЯН МЕНӘН БҮРЕ — 15 июля 2026 г. в 18:51:32.446
ҠУЯН МЕНӘН БҮРЕ ПРИТЧА Бер ҡуян уйлап торған да:: "Мин бит үҙемде яҡшы тотам, этлек уйлап йөрөмәйем. Шулай булғас, ниңә бүре миңә зыян килтерһен?" тигән дә ти, урман араһына сығып киткән. Ҡаршыһына бүре килә икән. Ҡуян:"Һаумы бүре ағай, хәлдәр нисек?"- тип ҡаршыһына барып ҡойроғон болғаған, ти.. "Асыҡтым! - тигән дә бүре ҡуянды эләктереп алған.Шунда уҡ ботарлап ташлаған да ашап та ҡуйған. "Бына бит ҡуяндар хәҙер ниндәй яҡшы, үҙҙәре килеп, үҙҙәрен ҡорбан итеп тора", - тип бүре ҡыуанған, ти.

