Хәйбулла районы хакимиәте башлығы Илмир Мәжит улы Ҡотоев төбәктә иҫән берҙән -бер Бөйөк...
Хәйбулла районы хакимиәте башлығы Илмир Мәжит улы Ҡотоев төбәктә иҫән берҙән -бер Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Фәтхулла Юламановты 103 йәше менән ҡотланы💥 Муниципалитет башлығы билдәләүенсә, ҡарт һалдаттың яҙмышында тотош бер дәүер сағыла, ә уның тормош юлы ысын батырлыҡтың, сыҙамлыҡтың һәм Тыуған илгә һөйөүҙең өлгөһө булып тора.