Сибай концерт-театр берекмәһе 33-сө театр миҙгелен премьера менән асты.
Сибай концерт-театр берекмәһе 33-сө театр миҙгелен премьера менән асты. 15 СЕНТЯБРЬ «Сулпан» балалар театры башҡорт халыҡ әкиәттәре нигеҙендә «АҠЪЯЛ БАТЫР» әкиәтен сәхнәләштереп, тәүге тапҡыр тамашасылар хөкөмөнә сығарҙы. Спектаклде сәхнәгә Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Шәйехзада Бабич исемендәге Дәүләт йәштәр премияһы лауреаты Рөстәм Хәкимов ҡуйҙы. Ҡуйыусы рәссамы – Даян Теүәлев, композиторы – Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Вәсил Ғафаров, хореографы – Алина Мостаева. Спектакль «Берҙәм Рәсәй» партияһының «Бәләкәй Ватан мәҙәниәте» федераль партия проекты ярҙамында ҡуйылды. Спектаклдә “Сулпан” балалар театрының барлыҡ артистары ла йәлеп ителде. Төп ролдәрҙе Урал Атанбаев, Ишморат Моратов, Морат Амантаев, Башҡортостандың атҡаҙанған артистары Юлдаш Юлдыбаев, Фәһим Сөнәғәтов, Гөлназ Иламғолова башҡарҙы. Дуҫлыҡ һәм хыянат, көнсөллөк, ҡурҡаҡлыҡ һәм батырлыҡ, бурыс һәм мәрхәмәтлек, хатта бөтә донъя һиңә ҡаршы сыҡҡанда ла кеше булып ҡалыуҙың мөһимлеге тураһында был әҫәр. Герой менән бергә тамашасылар хәүефле сәйәхәткә сыға, унда мәкерле дошмандар менән осраша, дуҫтарының хыянатын татый, әммә батыр үҙен юғалтмай, яуызлыҡҡа яуызлыҡ менән яуап бирмәй һәм изгелек һәр төрлө ғәҙелһеҙлектән көслөрәк булыуын иҫбатлап, бөтә ҡаршылыҡтарҙы еңеп сыға. Мауыҡтырғыс тамашаны залдағы балалар ҙур ихласлыҡ менән ҡараны. Улар менән бергә көлдө һәм артистарҙы дәррәү алҡышланы. Театрҙың яңы спектакле балаларға ла, өлкәндәргә лә берҙәй оҡшар, һәр кем үҙенә фәһем алыр, тип ышанабыҙ. (6+)