🚜Хәйбулла районының Таналыҡ һәм Яңы Ергән ауыл биләмәләренең автопаркы яңы махсус техн...
🚜Хәйбулла районының Таналыҡ һәм Яңы Ергән ауыл биләмәләренең автопаркы яңы махсус техника менән тулыланды. Урындағы инициативаларға булышлыҡ итеү программаһы (ППМИ) сиктәрендә ике МТЗ-82 тракторы һатып алынды. Яңы тракторҙар ауылдарҙы төҙөкләндереү, ҡыш көнө юлдарҙы ҡарҙан таҙартыу һәм башҡа хужалыҡ бурыстарын үтәү мөмкинлектәрен күпкә киңәйтәсәк. Матди-техник базаны яңыртыу — ауыл халҡының йәшәү сифатын күтәреүгә мөһим аҙым да.