Липецк ҡалаһында V «Туған тел һәм әҙәбиәт буйынса иң яҡшы уҡытыусы» Бөтә Рәсәй конкурсы...
Липецк ҡалаһында V «Туған тел һәм әҙәбиәт буйынса иң яҡшы уҡытыусы» Бөтә Рәсәй конкурсының йомғаҡлау этабының беренсе туры тамамланды. Конкуренция етди булыуға ҡарамаҫтан, конкурста Башҡортостан педагогтары юғары оҫталыҡ күрһәтте! ⠀ Ярыш йомғаҡтары буйынса ярым финалсыларҙың исемдәре билдәле булды. Улар араһында — Хәйбулла районының Аҡъяр ауылы 3-сө «Шатлыҡ» балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе Шәрипова Альбина Илдус ҡыҙы ла бар. ⠀ Туған телдәр институты директоры Эсет Бокова билдәләүенсә: «Конкурстың өс көнө барыбыҙға ла туған һүҙҙең ҡәҙерен тағы ла бер тапҡыр аңларға мөмкинлек бирҙе...» ⠀ Беҙ Альбина Илдус ҡыҙын ярым финалға сығыуы менән ысын күңелдән ҡотлайбыҙ! Был — ҙур хеҙмәт, талант һәм туған телде сикһеҙ һөйөү һөҙөмтәһе. Яңы ижади уңыштар һәм еңеү теләйбеҙ!