Был селтәрҙең оҙонлоғо 125 см, киңлеге 68 см. Уны 7 оҫта 45 көн дауамында эшләгән.
Был селтәрҙең оҙонлоғо 125 см, киңлеге 68 см. Уны 7 оҫта 45 көн дауамында эшләгән. 371 тәнкә, 6765 мәрйен, 8645 бисер ҡулланылған. Төп ауырлығы 8,5 кг. Был селтәр әлегә Сибай ҡалаһының Ҡала мәҙәниәт йортонда (Чайковский урамы, 30) адресында күрергә мөмкин. Ҡала рекорды булараҡ эшләнгән биҙәүес киләсәктә Сибай тарих-тыуған яҡты өйрәнеү музейына тапшырыласаҡ һәм унда уны һәр теләгән кеше ҡарай аласаҡ. #МиллиКейемКөнө