Загружаем публикацию…
Мы используем cookies для работы сайта и аналитики посещаемости. Подробнее в Политике обработки данных и Правилах.
Юлдаштарымды бер генә урындан барып алыу мөмкинлегенә һөйөнөп, ҡала эргәһендәге ауылдарҙың береһенә килеп туҡтаным. Бына ҡапҡа тышына дүрт-биш ыбыр-сыбыр бала, унлаған өлкән кеше сыҡты. Көр тауышлы ихлас ҡына бер егет ҡулымды ҡыҫты ла, хәл-әхүәл һорашҡас, ҡапыл: – Алға еҙнә ултырыр, – тине һәм өҫтәп ҡуйҙы, – тыныс ул, бер ултырып алһа, йоҡлай ҙа килә. Еҙнәһе Тимеркәр исемле икән. Мыҡты кәүҙәле ағай. Уның артынса өс ҡатын ултырҙы. – Ғәйеп итмәгеҙ инде! – тине береһе, аҙаҡ белеүемсә, ул Тимеркәр ағайҙың ҡатыны икән, – Бөтәгеҙҙе лә үҙебеҙгә саҡырам. Мунса төшөп, ял итеп ҡайтырһығыҙ! – Рәсимә! – тине Тимеркәр ағай. – Ишегеңде яп та, әйҙә, кешене көттөрмә, ҡуҙғалайыҡ! – Хәҙер, тороп торор! Киле-н! Килен, кил әле, кил! – Әү, ҡайынбикәм! – алъяпҡыс таҡҡан бер ханым килде. – Тағын берҙе әйтәм: юбилейың “во” үтте! Рәхмәт! Инде матур итеп әҙерләнгәнһең!.. – Ярай, Рәсимә апай! Тағын килегеҙ!.. https://gazeta-toratau.ru/articles/rubrika-7/2026-07-09/o-a-4745479