Нисәмә йылдар... Ниңә ҡайтманы, ниңә хат та яҙманы - үҙе лә аңлата алмай ине булһа кәрә... — 10 июля 2026 г. в 03:18:17.807
Нисәмә йылдар... Ниңә ҡайтманы, ниңә хат та яҙманы - үҙе лә аңлата алмай ине булһа кәрәк. Ағаһын күберәк яратҡан кеүек булғанға әсәһенә үпкәләүме, ҡасандыр ҙур өмөттәр бағланған килеш сит яҡтарҙа ла солтан була алмай, олтан хәлендә йөрөүенән ғәрләнеүме... Әллә һәммәһе лә һәүетемсә генә барған донъяһына сумып китеүеме. Хәйер, бер ни тип тә аңлап та, аҡлап та булмай уның был ҡылығын. Ағаһы уны юллап бер килеп тә сыҡҡайны. Ул ҡайтҡас яҙған хатҡа яуап ебәрҙе лә шуның менән хәбәрләшеү йәнә өҙөлдө. Ә яңыраҡ нишләптер әсәһен төшөндә күрҙе. Арты менән торған да, улы күпме генә ҡысҡырһа ла ишетмәй имеш. Болоҡһоп уянып китте лә, ашыҡ-бошоҡ әйберҙәрен юл сумкаһына тултыра башланы. Вокзалға шылтыратып, поездың нисәлә булырын, Өфөгә нисә көн барырға кәрәклеген белеште. 4 тәүлек үк булып китә икән дә... Ҡатынын аптыратып, шулай ҡапыл ғына сыҡты ла китте тыуған яғына. https://ejansura.ru/articles/telgen-m-bergen-m/2023-07-02/aytyu-3321740

