... Өҫтәл түрендә ултырған Хәтфә генә – бөтә байрамдың төп сәбәпсеһе – башҡа донъяла йә... — 9 июля 2026 г. в 18:00:12.255
... Өҫтәл түрендә ултырған Хәтфә генә – бөтә байрамдың төп сәбәпсеһе – башҡа донъяла йәшәне. Күңеле менән күктең етенсе ҡатына күтәрелде, йондоҙҙар сүпләне, йондоҙҙарҙан матурлап-һырлап Уға ҡиммәтле-һиммәтле таж яһаны. Ҡарашы менән Уны наҙланы, хыялы менән башын күкрәгенә терәне, ғүмеренең Унһыҙ нисек заяға үтеүен, инде һыуынып бөткән йөрәгенең бөгөн генә, Уны күргәс, терелеүен илай-һыҡтай бәйән итте, Уның мөхәббәте усағында әүәлге һығылмалылығын, тығыҙлығын юғалта башлаған, әммә әлегә был хаҡта үҙе генә белгән тәнен, өшөгән йәнен йылытты. Башҡалар һиҙмәне актрисаның күптән инде бында ултырмауын, сөнки ул әйтелгән тостарға ҡарата рәхмәт белдерергә лә, ысын хужабикәләрсә, һый-хөрмәттән ауыҙ итеүҙәрен үтенергә лә, уныһына-быныһына ҡарап йылмайырға ла онотманы. Сайтта: https://ye102.ru/articles/mahsus/2026-03-29/yuyn-an-tabyn-hik-y-4629749

