Машинаны иренекенә ҡарағанда күпкә яҡшыраҡты алдырғас, хур ҡыҙы ҡабат убырлы ҡарсыҡҡа ә... — 9 июля 2026 г. в 17:21:06.096
Машинаны иренекенә ҡарағанда күпкә яҡшыраҡты алдырғас, хур ҡыҙы ҡабат убырлы ҡарсыҡҡа әйләнде. Йылан кеүек шыуышып, ҡуйынына инде. Ап-аҡтан шәшке тун менән бүрек кейеп, Ҡарһылыуға әйләнеп сыҡты. - Ниңә аҡһап атлайһың ул? - Хәҙер атлауым да оҡшамаймы? - Туйҙы ҡасан үткәрәбеҙ? - Ҡасан фатирың була шунда. Һинең кеүек хәйерсе, ас бет миңә нимәгә? Күпме генә бәхәсләшһәләр ҙә осона сыға алманылар. Аҙаҡтан Әхәт Светлананың стажировкаһы бөтөп, сәйәхәтсе баҡа һымаҡ, үҙҙәренә ҡайтып киткәнен Азаттан белде. Сер бирергә тырышманы: - Китеүе хәйерле булған. Атыу ыштанды һалдырып ала ине. Тегеһе донъяны яңғыратып, үҙ-үҙен тыя алмай, шарҡылдап көлөргә тотондо. - Нимәгә тиле кеше кеүек шарҡылдайһың? - Ул һинең ыштаныңды һалдыра яҙған, ә һин уны алтынға күмдең, һуңғы ваҡытта шпилькалы итек үксәһенә лә бриллиант ҡашлы балдаҡ кейҙереп йөрөттөң, - тине һаман көлөп. Уның был һүҙҙәре кешеләр менән аралашып йәшәргә яратҡан, берҡатлы, эскерһеҙ Әхәттең телен йоттороп, күҙҙәрен асты. Нәҙек шпилька үксәһе көрттәге балдаҡҡа кергәнгә, уңайһыҙыраҡ атлаған икән хур ҡыҙы... https://gazeta-toratau.ru/news/rubrika-7/2026-07-09/m-h-bb-t-ara-y-4745467

