Загружаем публикацию…
Мы используем cookies для работы сайта и аналитики посещаемости. Подробнее в Политике обработки данных и Правилах.
Новости · 18 июля 2026 г.
Иҫәнғол дауаханаһында эшләп йөрөгән саҡта, “Тиҙ ярҙам” станцияһының водителе Әхмәт Ильясов, көтмәгән, уйламаған ерҙә мине үҙҙәрендә үткәреләһе ҡунаҡҡа саҡырып йәүкәләне. Көтмәгәндә, тип әйтеүем шунан килә, беҙ уның менән станциялағы эш буйынса тимәһәң, яҡындан аралашҡан, бер табаҡтан аш ашаған, бер көрәгәнән ҡымыҙ һемергән яҡын әшнәләр ҙә түгел түгеллеккә, өҫтәүенә йәш айырмабыҙ ҙа апаруҡ ҡына, мин яңы әрме сафында хеҙмәттә йөрөп ҡайтҡан егет, ә ул ҡырҡ йәштән уҙған ир уртаһы кеше, ике бала атаһы. Малайҙары ҙурайған инде, күптән үҫмерлеккә ингәндәр, ваҡ-төйәк йомош, аталарына ярҙам итеү һылтауынан дауахананың гаражына килеп күренгеләйҙәр йыш ҡына, ҡатыны Зәбирә апай терапия бүлегендә шәфҡәт туташы булып эшләй. Әхмәттең һүҙ ыңғайында тумбытыуына ҡарағанда, әле ойошторолаһы табынды улар, олонан ҡубып, ҙурҙан ҡормаҡсылар икән. https://ejansura.ru/news/hikaya/2026-07-18/n-rsel-r-m-yr-nsekt-r-4754876
НОВОСТИ РОССИИ | РОССИЯ | ТУТ НОВОСТИ | НОВОСТИ МОСКВЫ
Новости Волгодонска | Блокнот
@Ufa_rb | Новости. Уфа Башкортостан
СВО | Сводки СВО | Видео СВО
Два раза в неделю свежие посты этого канала — на почту и в личную ленту. Без повторного поиска канала вручную.