Гөлсибәр еңгәмдең ҡайғыһын ишетеү менән беренсе самолетҡа билет алып, тыуған яҡтарыма о... — 18 июля 2026 г. в 08:28:17.911
Гөлсибәр еңгәмдең ҡайғыһын ишетеү менән беренсе самолетҡа билет алып, тыуған яҡтарыма остом: “Ағайың мәрхүм булып ҡалды, һылыуым. Ҡайта алһаң, ҡайт... Ҡайталмаһаң да, һис тә үпкәм юҡ – эш кешеһеһең... Нишләп әйтмәнең, тип асыуланмаһын тиеберәк шылтыратыуым. Юғиһә, бер ҙә генә борсомаҫ инем...”Ниндәй борсоу?! Үлем хәбәре алғанда борсоу, үпкә һаҡлау, эш күп, ваҡыт юҡ тип тороу килешәме?! Ундай уй башҡа ла инеп сыҡмаҫҡа тейеш тә һуң! Хәҙерге заманда теләге булмағандар ни өсөндөр ошо “ваҡыт юҡ” тигән йәтеш һылтау табып алды ла бөтөн нәмәһен - кешелекһеҙлеген, ялҡаулығын, битарафлығын бер һүҙ менән генә аҡлай ҙа ҡуя. Кем ышанһын быға?! Әммә беребеҙ ҙә ышанмауыбыҙҙы һиҙҙермәйбеҙ, баш ҡағып килешкәнде белдерәбеҙ, ә эстән генә күптәребеҙ ытырғанып китә: “Минең башыма ҡайғы төшкәндә лә ошондай анһат ҡына яуап табып, ситтә ҡалырҙар инде... Үлеп китһәм, ерләшергә килеүсе лә табылмаһа... Уф!” https://yaikrb.com/news/novosti/2026-07-13/y-n-tu-anym-z-lfir-a-a-baeva-udasheva-4749915

