Александр Шельдяев Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры итеп тәғәйенләнде
Александр Шельдяев Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры итеп тәғәйенләнде Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаттары Александр Шельдяевты Башҡортостан Хөкүмәте премьер-министры вазифаһына тәғәйенләүгә ризалыҡ бирҙе. Уның кандидатураһын парламентарийҙарға республика Башлығы Радий Хәбиров тәҡдим итте. Эксперттар Александр Шельдяевты көрсөккә ҡаршы һөҙөмтәле менеджер тип атай. Санкция баҫымы һәм пандемия шарттарында уның етәкселегендә сәнәғәт производствоһы үҫә, әүҙем ярҙамы менән төбәк дронофикация буйынса милли проектта ҡатнаша.