Радий Хәбиров Башҡортостан Хөкүмәте алдына 2030 йылға тиклем төп бурыстар ҡуйҙы
Радий Хәбиров Башҡортостан Хөкүмәте алдына 2030 йылға тиклем төп бурыстар ҡуйҙы Бөгөн Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайҙың 37-се ултырышы үтте. Унда Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров ҡатнашты. Төбәк етәксеһе Хөкүмәт алдында торған төп бурыстарҙы билдәләне. Атап әйткәндә, 2030 йылға триллион һумға инвестициялар ағымын арттырырға, күләгәлеге эш хаҡы менән көрәшергә, тышҡы иҡтисади бәйләнештәрҙе үҫтерергә, эш урындары булдырырға. Радий Хәбиров йылына 4-шәр миллион квадрат метр торлаҡ файҙаланыуға тапшырыу, Ағиҙел һәм Өфө аръяғын үҫтереү, Ағиҙел йылғаһы аша ике күпер һалыу кәрәклеге хаҡында иҫкә төшөрҙө.