#Тарихта_был_көн
#Тарихта_был_көн #Баймаҡ_энциклопедияһы Бөгөн башҡорт яҙыусыһы, шағир, драматург һәм тәржемәсе, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы БАССР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Сәләх Кулибай тыуған көн. Сәләхетдин Ғәбит (Ғибәҙәт) улы Кулибаев 1910 йылдың 2 июлендә Ырымбур губернаһы Орск өйәҙе Нурәли ауылында( хәҙерге Баймаҡ районының Таһир ауылы) ярлы крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. Бик йәшләй етем ҡалған Сәләх байтаҡ ғүмерен төрлө байҙарҙа батраклыҡта йөрөп үткәрә. 1921—1923 йылдарҙа Темәс балалар йортонда тәрбиәләнә. 1924—1925 йылдарҙа Түбә руднигының фабзавучында уҡый, аҙаҡ приискыларҙа эшләй. 1929 йылда Баймаҡ заводының тау-техник мәктәбен тамамлап сыға. Баймаҡ баҡыр иретеү, Свердловск заводтарында практика үтә. 1930 йылда «Башҡортостан» газетаһында Сәләх Кулибайҙы сәнәғәт бүлегенә әҙәби хеҙмәткәр итеп эшкә саҡыра. Был йылдарҙа ул «Октябрь» журналының яуаплы секретары, Башҡортостан Пролетариат яҙыусылары ассоциацияһының (БАПП) секретары, шул уҡ ваҡытта Башҡортостан китап нәшриәтендә әҙәбиәт мөхәррире кеүек вазифаларҙы башҡара. Сәләх Кулибай 1933 йылдың көҙөнән алып 1937 йылдың яҙына тиклем Алыҫ Көнсығышта Ҡыҙыл Армия сафында хеҙмәт итә. Армиянан ҡайтҡас, Бөйөк Ватан һуғышына тиклем Башҡортостан Яҙыусылар союзы аппаратында һәм «Октябрь» журналы редакцияһында эшләй. Бөйөк Ватан һуғышының тәүге айҙарынан алып фашистик Германияны еңгән көндәргә тиклем Сәләх Кулибай һуғышта була. Башта ул хәрби училищела уҡый, аҙаҡ Көнбайыш Украина, Карпат, Польша, Чехословакия ерҙәрендә ҡаты һуғыштарҙа ҡатнаша, ҡаты яраланып, байтаҡ ваҡыт госпиталдә ятып сыға. Һуғыш ҡырында күрһәткән батырлыҡтары өсөн II дәрәжә Ватан һуғышы ордены һәм миҙалдар менән наградлана. Кулибай 1945 йылдың көҙөнән алып 1950 йылға саҡлы Башҡортостан Яҙыусылар союзында әҙәби консультант, «Әҙәби Башҡортостан» журналы хеҙмәткәре, СССР Яҙыусылар союзының Литфонд вәкиле булып эшләй. Шунан һуң ун йыл Башҡортостан китап нәшриәтендә художестволы әҙәбиәт редакторы һәм шул бүлектең мөдире вазифаларын башҡара. Сәләх Кулибайҙың әҙәбиәткә яҡынлашыуында драматург Мирхәйҙәр Фәйзи ҙур роль уйнай. Ул Түбә фабзавучында уҡыған сағында Түбә руднигындағы китапхана менән етәкселек иткән М. Фәйзи менән яҡындан таныша, ул ойошторған драма һәм әҙәбиәт түңәрәгендә әүҙем ҡатнаша. Сәләх Кулибайҙың Мирхәйҙәр Фәйзи тәҡдиме менән «Сәсән» журналына ебәргән тәүге шиғыры 1927 йылда баҫылып сыға. Ул шунан эшсе-хәбәрсе сифатында «Башҡортостан», «Башҡортостан йәштәре» газеталарында, «Сәсән» журналында хәбәрҙәр һәм шиғырҙар менән сығыш яһай башлай. Кулибайҙың «Эш тауында» тигән шиғырҙар йыйынтығы 1930 йылда донъяға сыға. Төрлө жанрҙарҙа яҙа һәм 30-ҙан ашыу китабы баҫылып сыға. Көлкөлө хикәйә, мәҫәл, фельетондарҙан торған «Төрлө биҙәктәр» (1958), «Күңелле хикәйәләр» (1964) йыйынтыҡтары авторы. Быуындан-быуынға рухи күсәгилешлек проблемалары «Тау йыры» (1965) повесында сағылыш таба. Драма һәм комедиялары республика театрҙары сәхнәләрендә ҡуйыла. Башҡорт әҙәбиәтендә мемуар жанрын үҫтереүгә ҙур өлөш индерә. «Ватан улдары» китабында (1972) әҙәбиәт һәм сәнғәт эшмәкәрҙәренең ижади портреттары бирелгән. Сәләх Кулибай тәржемә эше менән дә шөғөлләнә. Башҡортсаға ул Пушкин һәм Лермонтов шиғырҙарын, Лермонтовтың «Беҙҙең заман геройы» романын, С. Щипачевтың «Павлик Морозов» исемле китабын тәржемә итте. 1976 йылда вафат була.
Канал в каталоге Максиметера
560 подписчиков · Новости