Перейти к содержимому
Максиметер

#Тарихта_был_көн

#Тарихта_был_көн #Баймаҡ_энциклопедияһы Бөгөн Башҡортостандың халыҡ шағиры, БАССР-ҙың һәм РСФСР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы һәм Ғәлимов Сәләм исемендәге йәштәр премияһы лауреаты, Салауат Юлаев ордены кавалеры Абдулхаҡ Игебаев тыуған көн. Абдулхаҡ Хажмөхәмәт улы Игебаев 1930 йылдың 2 июлендә Баймаҡ районы Күсей ауылында тыуған. Йәшләй етем ҡала, балалар йортонда тәрбиәләнә. 1946—1950 йылдарҙа К. А. Тимирязев исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия институтының (1957 йылдан Башҡорт дәүләт университеты) тел һәм әҙәбиәт факультетында уҡый. Институтты тамамлағас, «Ҡыҙыл таң», «Совет Башҡортостаны» гәзиттәре һәм «Ағиҙел» журналы редакцияларында әҙәби хеҙмәткәр булып эшләй. 1969—1971 йылдарҙа Мәскәүҙә М. Горький исемендәге Әҙәбиәт институты ҡарамағындағы Юғары әҙәби курсты тамамлап ҡайта. 1971 йылдан 1990 йылға ҡәҙәр «Ағиҙел» журналы редакцияһының поэзия бүлеге мөхәррире вазифаһын башҡара. Абдулхаҡ Игебаев оҙаҡ һәм ҡаты ауырығандан һуң 2016 йылдың 27 сентябрендә Өфөлә вафат булды. Ижад юлы Абдулхаҡ Игебаевтың шиғырҙары республика матбуғатында 1948—1949 йылдарҙа уҡ күренә башлай. Ә беренсе китабы- «Йәшлек йыры» тигән шиғырҙар йыйынтығы 1954 йылда баҫылып сыға. Шунан бирле авторҙың Өфө, Ҡазан һәм Мәскәү нәшриәттәрендә башҡорт, татар, рус телдәрендә утыҙҙан артыҡ китабы донъя күрҙе. 1954 йылдан алып уның шиғыр һәм поэмаларҙан, йыр һәм очерктарҙан торған 34 китабы донъя күрә. Башҡортостан Республикаһы Президенты Указы менән 2010 йылдың 24 июнендә шағир Абдулхаҡ Хажмөхәмәт улы Игебаевҡа 80 йәш тулыуы һәм башҡорт әҙәбиәтенә күрһәткән хеҙмәттәре айҡанлы «Башҡортостан Республикаһының халыҡ шағиры» тигән маҡтаулы исем бирелде.

186 просмотров

Другие публикации канала

Популярные публикации канала

Читать дальше

Два раза в неделю свежие посты этого канала — на почту и в личную ленту. Без повторного поиска канала вручную.