🌐Ғәлиәхмәт оҫтаһы балаларға тәжрибәһе менән уртаҡлашты
🌐Ғәлиәхмәт оҫтаһы балаларға тәжрибәһе менән уртаҡлашты Ололар әйтеүенсә, һыуҙы көйәнтә менән ташый алғансы кешенең көсө була. Ә малай һыуҙы ошо ысул менән ташый башлаһа, үҫмер ҡорона ингән тип һаналған. Һуңғы ваҡытта көйәнтәләп һыу ташыу һирәк күренеш. Күргән осраҡта ла көйәнтәне нисек эшләү тәртибен күптәр белмәй тиерлек. Көйәнтәне яһау ысулы менән танышыу маҡсатында Ғәлиәхмәт ауылында бер төркөм балалар Азат Байғусҡаровтың ихатаһына йыйылған.