❤️УҠЫТЫУСЫЛАР КӨНӨ МЕНӘН!
❤️УҠЫТЫУСЫЛАР КӨНӨ МЕНӘН! Белемдең ни ҡәҙәр кәрәкле, мөһим икәненә, ә уҡытыусыларҙың һәр кемдең тормошонда ни тиклем ҙур роль уйнауына йәнә бер ҡат инандырған байрам бөгөн. Халҡыбыҙҙа белемгә ынтылыу борон-борондан иң юғары урынға ҡуйылған. “Ғилемде бишектән алып гүргә ингәнсе өйрәнегеҙ”, “Белемдең иң ҡәҙерлеһе – башҡалар менән бүлешелгәне” кеүек әйтемдәрҙә һәр заман өсөн көнүҙәк һабаҡ ята. Уҡытыусылыҡ бурысына килгәндә иһә, был һөнәр “хаҡ фекер таратыусы”, “тура юлдан алып барыусы” тип нарыҡлана. Борон-борондан ҡайҙалыр белем алған йәш кешенән “Нимәгә өйрәндең?” тип һорамағандар, ә “Уҡытыусың кем булды?” тип белешкәндәр. Ошо һорауға яуап барыһын да аныҡлаған. Ғилем төрлө фәндәрҙе өйрәнеү, эҙләнеү, тикшереүгә генә ҡайтып ҡалмай. Ул – ғәжәп киң төшөнсә. Белемле кеше тәү сиратта тәрбиәле, әҙәпле, әхлаҡлы, иманлы, илһөйәр, телһөйәр, тамырҙарына, рухи ҡиммәттәренә ихтирамлы була. Кемдер оло ғилем алған, әммә ябай кешелек сифаттарына эйә түгел икән, мәҫәлән, туған телен хөрмәтләмәһә, уның белеменән бер ниндәй бәрәкәт килмәйәсәк. Белем көнө менән, ҡәҙерле ватандаштар! Уртаҡ байрамыбыҙ беҙҙе тағы ла нығыраҡ берләштерһен! Үҫеп килгән йәш быуынға иғтибарыбыҙҙы арттырайыҡ, изге һөнәр эйәләре уҡытыусыларға хөрмәт менән ҡарайыҡ! Киләсәгебеҙҙең нигеҙе булған милли мәғариф өлкәһенә айырыуса һаҡсыл булайыҡ, уны бергәләп хәстәрләйек, үҫтерәйек! Шул саҡта туған телебеҙ, еребеҙ, рухи ҡиммәттәребеҙ ҙә һаҡланыр, алдағыһы яҡты, ышаныслы булыр. Байрам менән! #ҡоролтай #ВсемирныйКурултайбашкир #курултай #УҡытыусыларКөнө