Йылмай әле иркәм
Йылмай әле иркәм Баймырҙина Римма Бер йылмайып ҡарауың да етә Хыялыма ҡанат ҡуйырға. Йылы ҡараш, наҙлы һүҙең етә Дауылдарға ҡаршы торорға. Йылмайыуың оҡшаш ал ҡояшҡа Эретәһең күңел боҙҙарын. Йылы һүҙең тылсым асҡысылай Асып керә йөрәк йоҙағын. Йылмай иркәм, йылмай минең өсөн Бер ҡараштан мине аңлаусым. Оҙаҡ йәшә мине һөйөндөрөп Йөрәгемде яулап алыусым.
119 просмотров