Һыҡтай - һыҡтай таҙартамын
Һыҡтай - һыҡтай таҙартамын Баймырҙина Римма Асып күңел ишектәрен Урын бирҙем түренән. Әсир иттең йөрәгемде Һине иң тәү күреүҙән. Арбаны шул йәнкәйемде Серле ҡара күҙҙәрең. Мәдхиәләй яңғыраған Һинең наҙлы һүҙҙәрең. Һөйөү тулы бәхет - шатлыҡ Миҙгелен бүләк иттең. Йән әрнеткес хәтирәләр Ҡалдырып ташлап киттең. Күмер көлө йөрәгемдә Быҫҡып ҡалды өйөлөп. Күңел һаман һине көтә Күҙ йәшенә төйөлөп. "Саф мөхәббәт мәңгелек" тип Астым күңел түрҙәрен. Һыҡтай - һыҡтай таҙартамын Ҡалған, керле эҙҙэрең.