Тормош баҡсаһы
Тормош баҡсаһы Баймырҙина Римма Гүзәл тормош баҡсабыҙҙы Баҫты сүп - сар үләне. Бер нигә лә ҡарамайса Һаман үргә үрләне. Әрһеҙ үҫкән ҡый үләне Тамыр ебәрҙе төпкә. Дымлы ерҙә баш ҡалҡытып Йәйелде бағып күккә. Башҡаларҙы ҡыҫырыҡлап Ошо ерҙә туҡланды. Хужа итеп үҙен тойоп Бөтөнләйгә тупланды. Ҡый үләне баҫып алды Баҡсабыҙҙың яртыһын. Әҙер ине ул ҡапларға Ҡояштың да яҡтыһын. Баҡса хужаһы түҙмәне Аптырап башын ҡаҡты. Төбө тамырынан йолҡоп Урамға тотоп атты. Үҫһен әйҙә ҡый үләне Далаламы, сүллектә. Таҙартайыҡ баҡсабыҙҙы Әйләндермәй сүплеккә.