Мәхшәр ҡасан башланды
Мәхшәр ҡасан башланды Римма Баймырҙина "Мәхшәр ҡасан башланды" Тиеп һаман шаҡ ҡатам. Һорауға яуап тапмай Ҡабат - ҡабат баш ватам. Заман иләге иләп Бүлде ике ҡатламға. "Ярлылар һәм байҙар" тип Баҫып ҡуйҙы ҡултамға. Йорттар икешәр ҡатлы Кешеләр шашыналар. Йорт алдында биш - алты Теҙелгән машиналар. Быҙау ҙурлыҡ эт һаҡлай Йорт тирәһен йыһазын. Ҡойма аша күрмәҫһең Хатта өйҙөң хужаһын. Ҡайҙан йыйған был хәтле Байлыҡты, хазинаны. Әллә инде "хәрәм" тигән Һаҙлыҡта ҡаҙынамы. Ҡара таңдан таңғаса Әллә иген иккәнме. Туҙан йотоп баҫыуҙа Әсе тирен түккәнме. Ватыла баш һаманда Мәхшәр донъя башлана. Ҡарттар йорттары арта Ниңә сабый ташлана. Ас - яланғас түгелбеҙ Донъя тулы йәтимдәр. Кем ғәйепле әйтегеҙсе Яуап бирер йә, кемдәр. Ташландыҡ ҡарттар һаны Йылдан - йыл арта бара. Нисек түҙеп яталар Ҡәберҙә ата - баба. Йәп - йәш кенә ҡыҙ бала Күптән инде фәхишә. Олатаһы кеүектең Кеҫәһенә йәбешә. Моданан сыҡты күптән Саф һөйөүҙәр, яратыу. Биш минутлыҡ ләззәткә Китте хәҙер тән һатыу. Шулдыр инде ахыры Заманабыҙ дәүере. Гонаһтарға ғазаптыр Хоҙайыбыҙ йәбере.