Телефон тарихы
Телефон тарихы Баймырҙина Римма Телефондар шалтырайҙар, Йәнгә өҫтәп дәрт - дарман. Улар сәләм еткерәләр Ватсаптағы дуҫтарҙан. Зың - зың итә телефондар, Көндөҙөн дә, төнөн дә. Ало, ало, ало, ало! Һәммәһенең телендә. Кемдең ейән - ейәнсәре Яҡты донъяға тыуған. Шатлыҡтары ташып артып Күңел түренә тулған. Үҙгәрҙе шул донъяларҙа Интернет заманаһы. Ҡулға ала шул зәхмәтте Хатта сабый балаһы. Телефондан һөйләшәләр Олоһо һәм кесеһе. Хәл - әхеүәл белешәләр Туғандары, күршеһе. Иҫ китмәле замана бит Йәшәүҙәре аптыраҡ. Ҡулдар ҡыҫып иҫәнләшеп Күрешеүҙәр татлыраҡ. Күҙен асыу менән кеше Телефонға текәлә. Дзен менән Авитаға Барыһы ла теркәлә. Мин үҙем дә телефонды Ҡулымдан төшөрмәйем. Ошо сирҙән сирләгәнде Һис кенә йәшермәйем. Өйҙә ятып беләбеҙ бит Һауалар торошон да. Ҡаҙынып та, йонсотмайбыҙ Балалар тормошонда. Телефондан шылтыратып Тик хәлдәрен беләбеҙ. Бик һағынған саҡтарҙа ла Рөхсәт һорап киләбеҙ. Заман башҡа, заңы башҡа Телефон таныштыра. Сит илдәрҙә йәшәгәнде Тиҙ генә ҡауыштыра. Донъялағы ваҡиғалар Интернет селтәрендә. Сәхифәләр сәйәхәте Алыҫ ил сиктәрендә. Селфи яһап та һалабыҙ Көмәкләшеп төшкәнде. Тыуған көндә, байрамдарҙа Сәкәштереп эскәнде. Күпме аҡса түгеләлер Телефонға, вай файға? Ғаилә сығымын һурмаһа Булһа ярай ҙа файҙа. Беҙ үҫкәндә булманы шул Телефондар, айфондар. Касеталы магнитафон Бар ине патифондар. Төшә инек кәртешкәгә Йылына бер ике рәт. Хәҙер инде һәр минутын Төшөрәләр тиҙерәк. Ниндәйе юҡ телефондың Ат хаҡылай :айфоны. МТС лы тарифтар бар Билайн, Мегафоны. Яңы заман кешеһенең Аралашыу тарифы. Ҡалыр инде киләсәктә Шул телефон тарихы.