Кешелек нисек түҙәр
Кешелек нисек түҙәр Римма Баймырҙина Ауған саҡта упҡындарға, Янғанда ялҡындарҙа. Ярҙам һорап ялбарабыҙ Туғанға, яҡындарға. Яҡын булған алыҫлаша Ниңәлер дошманлаша. Зиһен аҡылы тарайып Тура юлда аҙаша. Туғандың була төрлөһө Ҡаты, әсе теллеһе. Көйөнгәне, һөйөнгәне Бар бит ике йөҙлөһө. Заманалар килеп етте Татыулыҡтар ҙа бөттө. Ғәмһеҙ тартып өҙәбеҙ бит "Туғанлыҡ" тигән епте. Бер - береһен сәйнәп өҙәр Юлында тапап иҙәр. Ошо саҡлы ғәмһеҙлеккә Кешелек нисек түҙәр.
12 просмотров