Өфө "Йәшел Башҡортостан" акцияһына ҡушыла.
Өфө "Йәшел Башҡортостан" акцияһына ҡушыла. 26 сентябрҙә Берҙәм ағас ултыртыу көнө уҙа. Был миҙгелгә 1200-ҙән ашыу ағас һәм 3400-ҙән ашыу ҡыуаҡ ултыртыу ҡарала. Йүкә, ҡайын, миләш, пирамидалы тирәк һәм зәңгәр шыршы ағастары, сирень, энәлек, барбарис, туя һәм башҡа ҡыуаҡлыҡтар ултыртыла. Фотола: коллегаларыбыҙ Радио көнөндә Өфөлә "Юлдаш" аллеяһында
1 181 просмотров