Аллаһы Тәғәләнең 99 күркәм исем сифаттарын әйтеп доға ҡылығыҙ
Аллаһы Тәғәләнең 99 күркәм исем сифаттарын әйтеп доға ҡылығыҙ Аллаһы Тәғәләнең Ҡөрьән китабында: «Минән донъя, Әхирәт хәжәттәрегеҙҙе һорағыҙ, Мин һеҙҙең теләктәрегеҙҙе ҡабул итермен», тигән вәғәҙәһе бар. Бәйғәмбәребеҙ бер хәҙисендә: «Аллаһы Тәғәләнең 99 күркәм исем сифаттары бар, шул исемдәрҙе әйтеп доға ҡылығыҙ, ул исемдәр араһында шундай исемдәр йәшерелгән, әгәр бәндә уны зекер итеп доға ҡылһа, теләге, һис шикһеҙ, ҡабул булыр», — тиелә. Был хәҙистә халҡыбыҙ тарафынан күп йылдар буйына яратып уҡылған Исми Әғзәм доғаһы тураһында һүҙ бара. Был доғаны мөмкинлек булған һайын ҡабатларға тырышығыҙ.