Кешеләр йыйылған ерҙә Аллаһты иҫкә алыу бәрәкәт килтерә.
Кешеләр йыйылған ерҙә Аллаһты иҫкә алыу бәрәкәт килтерә. Мөхәммәт Пәйғәмбәребеҙ ﷺ үҙенең хәҙисендә былай тигән: «Ҡайһы бер кешеләр бер мәжлестә йыйылып, Аллаһ Тәғәләне иҫкә алмайынса таралһалар, улар үлгән ишәк кәүҙәһе янынан ҡалҡыусылар кеүек булырҙар. Был йыйылыш улар өсөн үкенес булыр» (Әбү Дауыт риүәйәте). 🌸 Ә Аллаһты иҫкә алып һөйләшеү мәжлескә тыныслыҡ һәм бәрәкәт килтерә. Был хаҡта Пәйғәмбәребеҙ ﷺ тағы бер хәҙисендә былай тигән: «Әгәр ниндәй ҙә булһа кешеләр йыйылып, Аллаһты иҫкә алһалар, уларҙы, һис шикһеҙ, фәрештәләр уратып алыр, уларҙы Аллаһтың рәхмәте ҡаплар, уларға күктән күңел тыныслығы килер һәм Аллаһ уларҙы Үҙ янындағы фәрештәләр алдында иҫкә алыр» (Мөслим риүәйәте). Бергә йыйылған ерҙә Аллаһты иҫкә алырға, Уға зикер әйтергә онотмаһаҡ ине. Йәндәребеҙгә тыныслыҡ, йорттарыбыҙға бәрәкәт насип булһын!