Күҙ тейеүҙән нисек һаҡланырға һуң?
Күҙ тейеүҙән нисек һаҡланырға һуң? ✔️Уңыштарығыҙҙы бөтә кешегә лә күрһәтмәгеҙ һәм һөйләмәгеҙ, сөнки, алда әйтеп үттек: күҙ тейеүҙең сәбәбе — көнләшеү. ✔️Һеҙҙең күҙегеҙ теймәһен тиһәгеҙ, шулай уҡ, кеше уңыштарына көнләшмәгеҙ. Ер йөҙөндә бөтә нәмә лә Аллаһ ризалығы менән икәнен онотмайыҡ, ҡәнәғәт булайыҡ. Һоҡланғанда «МашаАллах»(Аллаһ шулай теләне) тип әйтеү дөрөҫ булыр. Үҙегеҙҙе, балаларығыҙҙы насар күҙҙән һаҡлау өсөн Ҡөръәндең һуңғы сүрәләрен — «Әл-Фәләҡ» һәм «Ән-Нәс» сүрәләрен уҡығыҙ.