Ни өсөн был ауырыуҙы бирҙе, тип зарланыу гонаһмы?
Ни өсөн был ауырыуҙы бирҙе, тип зарланыу гонаһмы? Аллаһ Тәғәлә биргән сирҙе нисек ҡабул итергә? Ни өсөн был ауырыуҙы миңә бирҙе икән, тип зарланыу гонаһмы? Беҙгә килгән бөтә һынауҙар ҙа Аллаһы Тәғәләнең тәҡдире менән килә. Шуға күрә иманлы кеше ниндәй генә ауырлыҡҡа юлыҡһа ла, Пәйғәмбәребеҙҙең ﷺ хәҙисен иҫендә тоторға тейеш: «Мосолман кешеһенә хәлһеҙлек, сир, борсолоу, ҡайғы, күңелһеҙлек, хәсрәт килһә, хатта энә сәнселһә лә, Аллаһ уның гонаһтарын ярлыҡар». Йәғни бер генә ауырлыҡ та эҙһеҙ үтмәй. Пәйғәмбәребеҙҙең ﷺ сәхәбәләре, әгәр оҙаҡ ваҡыт сирләмәһәләр йәки бер ниндәй ҙә ауырлыҡ күрмәһәләр, хатта: «Раббым мине оноттомо икән, рәхмәтенән алыҫайттыммы икән?» — тип борсолғандар. Сөнки был донъяла Аллаһтың ҡоло ниндәйҙер михнәт кисерһә, Аллаһы Тәғәлә уның хата-гонаһтарын ғәфү итә. Шулай итеп, әхирәттәге язаһын еңеләйтеү өсөн уны ошо донъяла уҡ таҙарта. Әгәр кеше Аллаһтың тәҡдиренә сабырлыҡ күрһәтеп, ауырлыҡтарҙы күркәм холоҡ менән үткәрә алһа, ул ҙур сауаптарға һәм юғары дәрәжәләргә ирешәсәк. Аллаһтың рәхмәте бик киң, һәм Ул ҡолон хатта хисапһыҙ ҙа йәннәткә индерергә мөмкин. – Сирленең хәлен белгән өсөн дә әжер-сауап яҙыламы? Пәйғәмбәребеҙҙең ﷺ хәҙистәрендә һәм ғалимдарыбыҙҙың китаптарында әйтелгәнсә, өс төрлө кеше –өйөнән хаж ниәте менән сыҡҡан кеше, мәсеткә ғибәҙәткә барған кеше һәм сирле ҡәрҙәшеңдең хәлен белергә сыҡҡан кеше - өйөнә имен-аман әйләнеп ҡайтҡансы Аллаһтың ҡунағы була. Беҙ үҙебеҙгә килгән ҡунаҡтарҙы нисек хөрмәтләһәк, Аллаһ та был кешеләргә шулай ихтирам күрһәтә. Бынан тыш, ауырыу туғаныңдың йәки дуҫыңдың хәлен белеү туғанлыҡ ептәрен нығыта, мөхәббәт һәм ҡәрҙәшлек тойғоларын арттыра. Пәйғәмбәребеҙ ﷺ берәй кешенең ауырыуы тураһында ишетһә, уның хәлен белергә бара торған булған. Ул сирле янында ултырып: «Раббыбыҙ Аллаһ беҙҙе шулай таҙарта, кәмселектәребеҙҙе һәм гонаһтарыбыҙҙы ғәфү итә»,- тип доға ҡылған. Шулай уҡ сабыр булырға һәм Аллаһтың рәхмәтенән өмөт өҙмәҫкә өндәгән. – Сирле кеше янында ниндәй һүҙҙәр һөйләшергә, уны нисек йыуатырға кәрәк? Ауырыу янында ғына түгел, ғөмүмән, кешеләр менән аралашҡанда ла изге һүҙҙәр генә һөйләшергә тейешбеҙ. Ялғандан, ғәйбәттән һәм гонаһлы һүҙҙәрҙән алыҫ булайыҡ. Ә сирле кеше эргәһендә Аллаһты иҫкә төшөрөп, Уның ғәфү итеүсе, ярлыҡаусы һәм рәхмәт эйәһе булыуын һөйләү яҡшы. Әгәр ауырыуы бик етди булып, үлем сәғәттәре яҡынлашҡан булһа, уға: «Ләә иләһә илләллаһ» (Аллаһтан башҡа илаһ юҡ) кәлимәһен әйтергә ярҙам итергә кәрәк. – «Аллаһы Тәғәлә миңә был сирҙе ни өсөн бирҙе», – тип зарланыу Раббыбыҙға ҡаршы һүҙ әйтеүме? Бындай һүҙҙәр хупланған ғәмәлдәрҙән түгел. Аллаһ Тәғәлә Ҡөрьәндә былай тип хәбәр итә: «Әгәр ҙә Беҙ кешегә киң ризыҡ бирһәк, ниғмәттәребеҙҙе мул ҡылһаҡ, ул: “Аллаһ мине ярата, миңә ихтирам күрһәтә”, - тиер. Ә инде ауырлыҡ һәм һынау килһә, “Раббым мине хурланы, миңә насарлыҡ ҡылды”, — тип әйтер». Был аяттарҙан күренеүенсә, кеше ниндәй генә хәлдә булмаһын - һаулыҡта ла, сирҙә лә - уның йөрәге үҙгәрергә тейеш түгел. Пәйғәмбәрҙәр араһында иң ауыр һынауҙар кисергәндәрҙең береһе - Әйүп ғәләйһис-сәләм. Ул күп йылдар буйы ҡаты сир менән ятҡан, тәненән иттәре айырылып төшкән, әммә шулай ҙа Аллаһтың тәҡдиренән риза булған, Раббыһын зекер иткән һәм Унан өмөтөн өҙмәгән. Пәйғәмбәребеҙ ﷺ хәҙисендә: «Раббыңды рәхәтлектә һәм һаулыҡта саҡта иҫкә ал. Ауырлыҡ килгәндә, Раббың да һине иҫкә алыр», — тигән. Шуға күрә ниндәй генә хәлдә булһаҡ та, сабырлыҡ күрһәтергә тырышайыҡ. Аллаһ Тәғәлә Ҡөрьәндә иман килтергән бәндәләренә мөрәжәғәт итеп былай ти: «Эй, иман килтергәндәр! Сабырлыҡ һәм намаҙ аша Аллаһтан ярҙам һорағыҙ. Һеҙгә берәр бәлә йәки ауырлыҡ килһә, сабыр булығыҙ. Ярҙам кәрәк булһа, Аллаһҡа ғына мөрәжәғәт итегеҙ һәм ярҙамды Унан ғына көтөгөҙ. Ысынлап та, Аллаһ Тәғәлә сабыр иткән бәндәләрен ярҙамынан ташламаҫ».