Ҡөрьән уҡыу өйгә бәрәкәт килтерә
Ҡөрьән уҡыу өйгә бәрәкәт килтерә Пәйғәмбәребеҙ ﷺ былай тигән: «Өйҙәрегеҙҙе ҡәбергә әйләндермәгеҙ, уларҙа намаҙ уҡығыҙ». (Силсиләт әс-Сәхиха) Шулай уҡ Пәйғәмбәребеҙ ﷺ: «Өйгә бәрәкәт инһен өсөн намаҙ уҡырға, аҙан әйтергә һәм доға ҡылырға кәрәк», – тигән. Ислам дине – бәхеткә илтеүсе юл. Беҙгә Аллаһ Тәғәлә тарафынан бөйөк ниғмәт – Ҡөрьән Кәрим иңдерелгән. Ул кәштәләребеҙҙә аҡ таҫтамалға төрөлгән килеш айҙар, йылдар буйы ҡулға алынмай ятырға тейеш түгел🤲. ✅ Ҡөрьән уҡыу өйгә бәрәкәт һәм бәхет килтерә. Унда бәрәкәт артыр, был йортҡа фәрештәләр төшөр, ә шайтандар ҡасыр. ✅Ә Ҡөрьән уҡылмаған йортта ауырлыҡ булыр, бәрәкәт юғалыр, фәрештәләр китер, шайтандар инеп урынлашыр.