⚡️Гонаһ-хаталарыңды юям тиһәң…
⚡️Гонаһ-хаталарыңды юям тиһәң… ✅Йомаға ҡарай төндө «Әд-Духан» сүрәһен уҡырға кәрәк. Әбү Һөрәйрә еткергән хәҙистең береһендә: «Кем йомаға ҡарай төндө кисен «Әд-Духан» сүрәһен уҡый, уның гонаһтары ғәфү ителер», – тиелгән. ✅Ә икенсе бер хәҙистә: «Әгәр ҙә кемдер кискеһен «Әд-Духан» сүрәһен уҡыһа, етмеш мең фәрештә уның өсөн ғәфү үтенеп, истиғфар ҡыла», – тиелә. ✅«Кем йома йәки йомаға ҡарай төндә «Әд-Духан» сүрәһен уҡыһа, Аллаһ уның өсөн ожмахта һарай төҙөйәсәк», – тигән хәҙис тә бар.