– Был минең ҡыҙым,. Эйе, ҡыҙым. Сөнки улым йөрәгендә һәр саҡ әсә һыны менән бергә уның ... — 27 июля 2026 г. в 16:25:17.613
– Был минең ҡыҙым,. Эйе, ҡыҙым. Сөнки улым йөрәгендә һәр саҡ әсә һыны менән бергә уның да яҡты йөҙөн һаҡлаған, – тип Гөлфинә апай мөләйем йөҙлө Залира менән таныштырғас, күңелгә берсә рәхәт,берсә моңһоу ҙа булып китте. Айҙарҙың һөйгән кешеһе Гөлфинә апайҙы ҡотлағанда һүҙҙәрен йөрәге төптәрен сығарып һалды буғай: – Айҙар тормошто яратты. Һәм шул матур тормош өсөн ғүмерен дә бирҙе. Уның был ерҙә бар икәнен һәр саҡ тойҙом һәм шуның менән бәхетле булдым. Ул алыҫ Амур ҙа булһынмы, Донбасстамы, башҡа урындамы – ул был фанилыҡта бар, һәм шул тойғо миңә көс бирә, татлы хыялдарға сумырға ярҙам итә һәм яңы осрашыуҙарға өмөт бирә ине. Гөлфинә апа, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, тормош иптәшегеҙ ҙә, улдарығыҙ ҙа бөгөнгө оло сараға, күркәм юбилейығыҙға күктән генә күҙ һала. Һәм мин беләм, беҙҙең кеүек улар ҙа Һеҙҙең менән – бөйөк әсә, бөйөк ҡатын һәм, ғөмүмән, матур кеше менән һоҡлана, ғорурлана. Табын артында һөйләшеү ҡыҙыу һәм күркәм барһа ла, һауа һулайыҡ тип, ихатаға сығабыҙ. Гөлфинә апай донъяһы менән таныштыра.. Ике ҡатлы ҙур йорт алдында оҙон гараж. Унан мунса, ял итеү урындары. Емешкә тулышып алмағастар ботаҡтарын ергә эйгән, өй артында - еләк емеш ағастары. Хозурлыҡ инде. Шешлек ҡыҙҙырыу, ҡаҙан аҫар урында айырым ял бүлмәһе. Ә мунса бигерәк заманса. Бер нисә бүлмәле. Унда ла газ үткән, айырым душына тиклем бар. – Кесе улым Азамат, ҡарт көнөңдә үҙеңә еңел булыр тип бар унайлыҡтары булырҙай итеп эшләтте. Ошо кнопкаға ғына баҫып тоҡандырырһың, утын индереп, һыу ташып арымаҫлыҡ булһын тигән булды. Яңғыҙ ҡалырымды белгәндер... – Гөлфинә апай күңелһеҙ генә күҙҙәремә баға. Миләш ағасы янында эҫе ҡояштан ҡасып, күләгә лә торабыҙ. Ҡаршыбыҙҙы – ҙур сәскәле гортензиялар, көршәкле петуниялар. Хөрриәт инде. Бар тормошто һөйгө, яратҡы килә. Гөлфинә апай миңә ҡарап торҙо ла, йылмайҙы. – Иғтибар иттеңме икән, үҙемсә һөйөнөп йөрөгәндәй булһам да, хәҙер минең йылмайыуымдың нуры ла, йылыһы ла юҡ, эйе бит?.. Ул улдарым менән бергә китте. - Ап-аҡ сәскәләр араһында шундай йөрәкте әрнеткес һүҙ. – Күҙҙәрегеҙ һәр саҡ моңло, әсәйҙәрҙә генә була торған наҙлылыҡ бар унда, - тинем. Ысынлап та шулай, күҙҙәре яғымлы, һөйкөмлө апайҙың, ә йылмайыуында, нурҙан бигерәк, тыныс сабырлыҡ, илаһи көс сағылыш тапҡан. Бер аҙ торғас: – Иҫләйһегеҙме, Путиндан бер конфренцияла, Махсус операциянан һуң һеҙҙә ниндәй үҙгәреш булды, тип һоранылар. Иғтибар итһәгеҙ, хәҙер мин көлөүҙе онотоп барам, тип яуапланы ул. Бөгөн бер кемгә лә еңел түгел, шулай ҙа йылмайырға кәрәк. Мостай әйтмешләй, йылмайыуҙа әмер, йәбер юҡ, - тигән булдым. Гөлфинә апай йылмайҙы ла, әйҙәгеҙ әле, ошо сәскәләр янында фотоға төшәйек тине. Сурағол өсәүләп төштөк. Тәнзилә төшөрҙө. Күктә ҡояш ҡыҙҙыра, алда ла, артта ла – сәскәләр. Гөлфинә апай, бәлки, улдарым янымда тип хис иткәндер... Тағы ла йортҡа инеп бәлешләп, баллап сәй эстек. Хужабикә: – Ошо балды тәмләгеҙ әле. Белорет балы. Ике йыл ултыра , һис тә таты ла, бәрәкәте лә кәмемәй шуның, – тип беҙҙе ҡыҫтап-ҡыҫтап һыйлай. Ә ул бал тарихын беләм. 2024 йылдың йәйендә, Айҙар отпускҡа ҡайтҡан саҡта, ике улы менән әсә “Ассы” шифахаһында ял итә. Юлда прәме умарталыҡтың үҙендә һығылған бал һатып алалар. Ана ниндәй татлы хәтирәләр һаҡлай урман балы. Татлы ла, шифалы ла шул. Табын көн һүрелгәнсе барҙы. Юбилярыбыҙҙың күңеле күтәрелде, йылмайыуына йылылыҡ ингәндәй ҙә булды. Хушлашыу һүҙендә ул былай тине: – Юҡ, донъя миңә һаман да матур ул. Йәшәүемдең мәғәнәһе бар икәнен көндән-көн нығыраҡ тоям. Бар йыуанысым, бар ҡыуанысым бөгөн – ижад . Шул йәшәтә мине. Нисек килеп сығалыр яҙғандарым, ниндәй тойғолар уяталыр ижадым – уныһын уҡыусылар баһалар. Шуныһы мөһим – йөрәк төбөнән, күңел бейеклегенән сыҡҡан һүҙҙәремде аңлаусылар етерлек. Һәм ул яҡташы Роберт Миңнуллиндың бер шиғырын уҡып ишеттерҙе. ...Ғүмер уҙғаны ла һиҙелмәне, Өмөт кенә бына өҙөлмәне... ...Күңелдәрем нишләй ала инде? Һағынырға ғына ҡала инде... Һағынырға ғына ҡала инде... Татлы һағышта ла ғүмерҙең мәғәнәһе бар ул. Аңлаған әҙәмдәргә. Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Мөнир Ҡунафин.

