Мөнир ҠУНАФИН — 27 июля 2026 г. в 16:25:17.321
Мөнир ҠУНАФИН Гөлфинә апайҙың яҙмышы хәтәр. Юҡ, хәтәр булһа ла, зарлы түгел. Ғүмере ҡояшлы, тормошо ҡанатлы. Нисек кенә сәйер яңғырамаһын, уның нисектер зары ла яҡты, ғазаптары ла татлы. Ул бер йыл эсендә ике улын юғалтты, яңғыҙы ҡалды. Оло йортонда ла,оло ер шарында ла... Илеш районы Үрге Йәркәй ауылында йәшәп ижад иткән, Суфиян Поварисов исемендәге премия лауреаты Гөлфинә Сәлимованың 75 йәшлек юбилейы булды. Өйөндә, оло табын артында үтте байрам. Төрлө даирәләге тиҫтәнән ашыу кешене йыйып, күңел йылыһы, йөрәк серҙәре менән бүлеште әҙибә. Яҙыусыларҙан Башҡортостан Яҙыусылар союзы рәйесе урынбаҫары Тәнзилә Дәүләтбирҙина, Марсель Сәлимов, Рәмил Сорағол һәм мин барҙыҡ, тәбрикләнек. Яҙыусыға Рәсәй Яҙыусылар союзының әһәмиәтле наградаһын – Василий Шукшин миҙалын тапшырҙы Тәнзилә Сәлихйән ҡыҙы. Һуңғы йылдарҙа әҙибәнең ижади хеҙмәттәре айырым йыйынтыҡтарҙа, республика гәзит-журналдарында йыш баҫылып тора. “Ағиҙел”дең һуңғы һанында “Разия” исемле повесы донъя күрҙе. Әлеге ваҡытта Башҡортостан Яҙыусылар союзы ағзаһы Гөлфинә Сәлимова Илеш районының «Балҡыш» әҙәби-ижад түңәрәген етәкләй. Йәш яҙыусыларҙы әҙәбиәт юлына баҫтырыу йәһәтенән республика кимәлендә төрлө конкурстар ойоштора, матди ярҙам күрһәтә. Яҙыусыны район хакимиәте, ауыл советы ҡотланы. Рәсми рәүештәрәк башланып киткән табын, бара-бара ихласлыҡ һәм ҡәҙер кисәһенә әйләнде. Ҡаҙыһы ла, бишбармағы ла, шешлеге лә, Илештәрҙең даны булған оло бәлеше лә булды табында. Йомарт ҡуллы хужабикә ҡунаҡсыллығы менән бергә, тормошҡа булған оло мөхәббәт өлгөһө лә күрһәтте барыбыҙға ла. Гөлфинә Мирзаян ҡыҙы бар ғүмерен журналистикаға арнаған кеше. Райондың «Маяҡ» гәзитендә утыҙ йылдан ашыу эшләргә насип була уға.Ябай хәбәрсе, бүлек етәксеһе, баш мөхәррир урынбаҫары, баш мөхәрир вазифаһын да башҡарыусы булып та... Шуның ике тиҫтә йылын – ауыл хужалығы бүлегендә. Совет осоронда уның менән бергә райкомда эшләгән вәкилдәр – Анатолий Романов, Фәһим Әюповтар – ул осорҙо бик йылы иҫкә алдылар: – Элекке журналистар һауынсы ла,игенсе лә ине. Гөлфинә, беҙгә эйәреп, таңғы дүрттә иртәнге һауынға барыр ине, төн уртаһына тиклем комбайнсылар янында булыр ине. Ысыҡ кисеп, саң эсеп, совет иленең киләсәге хаҡына, арыу-талыу белмәй эшләнек. Иртәгәһенә мәҡәләһе яҙылып, гәзиттә баҫылып та сыға, фиҙаҡәр хеҙмәт менән йәшәнек, шәп бит! – тип ҡуйҙы уның замандаштары. Ул күпме журналистарға ҡанат ҡуйған, яҙырға өйрәткән бит әле. “Маяҡ” гәзитенең бөгөнгө баш мөхәррире Лира Шамил ҡыҙына ла, Үрге Йәркәй хакимиәте башлығы урынбаҫары Алһыу Рим ҡыҙына ул – ҡәҙерле остаз. Ҡотлаусыларҙың барыһы ла тағы шундайыраҡ фекер белдерҙе: “Ни тиклем ауыр ҡайғылар кисерһә лә, бөгөлөп төшмәне беҙҙең Гөлфинә! Бик көслө булып сыҡты ул...” Ҡайғылары аяҡтан йыҡырлыҡ та шул. Илле йәшендә тормош иптәшен юғалта, улдарын аяҡҡа баҫтыра. Айҙар махсус операция биләмәһенә китеп, 2024 йылдың аҙағында батырҙарса һәләк була. Ошо ауыр ҡайғынан кесе улы Азаматтың да йөрәге тибеүҙән туҡтай. Кәләш алып та өлгөрә алмай ҡала ғәзиз улдары. Бер-бер артлы ҡайғы... Йырсы, Илеш районы башҡорттары ҡоролайы етәксеһе Илшат Сибәғәтуллин Гөлфинә апайға Ҡоролтайыбыҙҙың иң ҙур бүләге – “Ал да нур сәс халҡыңа” миҙалын тапшырҙы. Һөйөндөк быға барыбыҙ ҙа. Нур сәсте, бөгөн дә нур сәсеп йәшәй замандашыбыҙ. Гөлфинә апайҙың махсус хәрби операцияла һәләк булған Айҙар улы бик күп шиғырҙар яҙған. Әсәй кеше уның бар шиғырҙарын йыйып, үҙенең улына яҙған хаттарын һәм иҫтәлектәрен бергә туплап, “Һуңғы ҡараш, һуңғы һүҙҙәр...” исемле китап баҫтырып сығарған. Ундағы ике шиғырға күренекле йырсыбыҙ Илшат моңло йыр ҙа ижад иткән. Илшат Сибәғәтуллин ошо йырҙарын башҡарғанда, моң да, шиғыр һүҙҙәре лә күңелдең иң нескә ҡылдарына “зың” итеп килеп тейҙе лә... әсә кеше, ниһайәт, күҙ йәштәренә ирек бирҙе, беҙҙең дә күҙҙәр дымланды. Белмәнем ожмах юлында Юғалтыуҙар буласағын. Һаҡла бер үк ҡулдарыңда Ҡулдарымдың йылылығын (“Китмә” шиғыры) Ул ҡулдарҙың йылылығын Әсә кеше генә түгел, Айҙарҙың үҙ иткән , яратҡан Залираһы ла һаҡлай. Тик, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, уларға бергә булырға яҙмаған.

