Өфөлә яңы скверға Ҡояшлы ямғыр тигән исем биреләсәк — 27 июля 2026 г. в 09:34:07.657
Өфөлә яңы скверға Ҡояшлы ямғыр тигән исем биреләсәк Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғариповтың билдәле шиғырҙарының береһе ошолай атала. Сквер үҙәк урам Октябрь проспектында урынлашҡан. Ҡасандыр был майҙанға яҡын ғына йортта халыҡ шағиры йәшәгән, тағы ла арыраҡ уның исемендәге 1-се Республика гимназия-интернаты урынлашҡан. Өфө мэрияһында 2025 йылда асылған скверҙы «Ҡояшлы ямғыр» тип атап, Рәмиҙең шиғырҙары менән биҙәп ҡуйырға ниәтләйҙәр.

