Ә беҙ үҙемдең әниҙәр менән осрашһаҡ,ҡосаҡлашабыҙ, әллә ҡайҙан, о, ҡыҙым ҡайттығыҙмы ни,... — 30 июля 2026 г. в 11:09:06.648
Ә беҙ үҙемдең әниҙәр менән осрашһаҡ,ҡосаҡлашабыҙ, әллә ҡайҙан, о, ҡыҙым ҡайттығыҙмы ни, хәлдәрегеҙ нисек, тип бар эмоцияларыбыҙҙы белдерәбеҙ. Шау-гөр киләбеҙ. Ә бында әнкәйҙең барса бөйөклөгө, улдың уға ҡарата оло мөхәббәте... Иҫ киткес күренеш бит. Башҡортҡа хас ниндәй самаһыҙлыҡтан ашҡан сабырлыҡ, оло баҫалҡылыҡ, самимилыҡ, илаһилыҡ был Клара апай һөйләгән картинала. Әсә йөрәге менән Ул күҙҙәре шашмай ғына, һағынышып күрешә, Әсәнең тәрән йыйырсыҡтары менән Улдың ҡул йылыһы шым ғына серләшә – һоҡланғыс бит. Башҡортта ғына шундай тәрән кисереш, тәрән һыҙланыу, тәрән бер-береңде аңлау сағылышы был. (Аяуһыҙ ҡанлы, данлы тарихи үткәнебеҙ быуаттарҙан-быуаттарға шулай быуынға ултыртҡан, сабыр ҙа, ғорур ҙа булырға өйрәткән). Шунда уҡ Әхмәт Лотфуллиндың картиналары күҙ алдыма килде. “Көтөү”, “Өс ҡатын”... Уйсан, күпте күргән ҡатындар. Ул ҡатындар араһында шағирҙың әсәһе Гөлжәүһәр (исеме лә дан бит) апайҙы ла күргәндәй булам. Әнкәй безне Сөннән алып кайткан, Сөн суында юган иң элек, Бишек җыры көйләп төннәр буе, Без үскәнне көткән тилмереп. Без биш бала үстек әнкәй белән, Тик үсмәдек иркә кочакта, Без әнкәйнең биш шатлыгы идек, Биш кайгысы булдык кайчакта... Роберт ағайҙың ҡыҙы Таңһылыу һөйләй (әйткәндәй, улы Алмаз да, ҡыҙы ла саф татарса рәхәтләнеп һөйләшә): – Ауылға ҡайтыр инек. Әтием һулаған һауаларҙы һулап, шул Сөндә йөҙөп, әтиемдең шул хистәрен күреп, күҙәтеп үҫтек. Миндә лә моңло хистәр уяна. Миндә лә әтием хистәре, миндә лә шул уҡ тойғолар дөрләй. Башҡортостанға, әнкәйгә (өләсәһенә), Сөнкә ҡарата иң ихлас, иң мөхәббәтле хистәрем йәшәй. Башҡортостан минең өсөн икенсе тыуған ерем. Икенсе Ватаным. Башҡортостанға ҡайтҡан һайын күңел тулмай ҡалмай. Гүзәл тәбиғәтенә һоҡланыуҙанмы, әти менән әниҙең өйләнеүе ошонда булғанғамы, башҡа тыуған шатлыҡтар-һағыштар шулай ҡәҙерле булғанғамы, әтиҙең шиғырҙарындағы лирик тулҡындың ошо ерҙе яралыуын белгәндәнме... Бер шулай, йәшерәк саҡта, Татарстанға ҡайтып барғанда, күңелем тулып, машинаны туҡтаттым да ҡайындар араһына инеп иланым. Ә ни өсөн илағаным иҫтә?! Ошо матурлыҡҡа, ошо рәхәтлеккә, ошо ерҙә генә була торған сабыйҙарса сафлыҡҡа сыҙай алмай иланым мин. Бәлки, сәйер тойолор ул. Бөгөн дә Башҡортостанға ҡайтҡанда күңел тула. Хәҙер әтиҙе һағыныуҙан... “Ошо матурлыҡҡа, ошо рәхәтлеккә, ошо ерҙә генә була торған сабыйҙарса сафлыҡҡа сыҙай алмай иланым мин.” – Ихлас күңел генә, шағир балаһы ғына шулай ерҙән күккә осоп, күктән ергә төшөп бәргеләнә, таҙарына алалыр. Таңһылыуҙың сабый күңеле атаһының да тыуған илен һағынып нисек өҙгөләнеүен бар тулылығында, бар нескәлегендә тойған кеүек миңә. Шушы инде минем туган, Минем үскән җирләрем. Бабамны да, әткәмне дә Мин шушында җирләдем... Шушы инде каеннарым, Иң якты сагышларым. Ишетергә язмасын дим, Аларның каргышларын... Шушы инде тупылларым, Шушы инде талларым. Бар дөньяга сиптем инде Мин аларның даннарын... Шушы инде якташларым, Иң газиз кешеләрем. Аларның газизлекләрен Мин яңа төшенәмен... Монда бөтен җир әрәмә, Монда бөтен җир әрем... Ошады микән, юк микән Сезгә туган җирләрем?! Җаныгызда нинди хистер, Уйларыгызда нидер? Сезгә, бәлки, монда бар да Гадәтидер, гадидер. Миңа гына кадерледер Туган җирнең бу тәме? Туган җирем шушы гына, Юк, дусларым, бүтәне. Шағир үҙе лә “Тузганаклар төсле түздем инде, Ак каеннар безне какмаслар. Киттеләр дә югалдылар диеп,Тиргәмәгез безне, якташлар”, тип нисек эстән яна, уйлана, борсола. Юҡ, юғалманы, дан менән ҡайтты улы тыуған яғына. Тик...шулай ҙа бик “авыр булмады”мы икән яҡташыбыҙға, татар йәнле, башҡорт ҡанлы, дуҫлыҡ-туғанлыҡты данлаған рухлы ағайыбыҙға, ике халыҡтың да яратҡан улына, тип уйланам бөгөн. Сөнки Роберт Миңнуллин булыу еңел булмағандыр. Мин Тукай була алмадым, Бик яшьли үлалмадым, Ватанымны вә халкымны Даннарга күмалмадым... Мин Тукай була алмадым, Туфан да булалмадым. Туфан сөргенгә сөрелгән - Мин анда булалмадым... Белмим нишләр идем икән Мин Алар урынында... Роберт Миңнуллин булу да Бик авыр әле монда.

