Мөнир ҠУНАФИН — 30 июля 2026 г. в 11:09:04.041
Мөнир ҠУНАФИН Ул, Ҡурай булыр ҡайтырмын, тигән ине. Татарстандың халыҡ шағиры Роберт Миңнуллинды әйтеүем. ...Курай булса, борынгыдан Күңелләргә кайтыр моң. Туган якка мин үзем дә Курай булып кайтырмын. Курай булып кайтырмын да Моңнар булып тулырмын. Курай күрсәгез,тыңларсыз!- Ул курай мин булырмын. Нишләп шағир ҡурай, тик ҡурай булып ҡайтырмын тине икән? Татар донъяһында ғүмер кисереп, татар мөхитендә ижад итеп, әйтәйек, нишләп тальян моңо, һыбыҙғы сазы булып түгел икән? Ул ғүмер буйы үҙ ерен, үҙ еренең моңон, еҫен һағынып, юҡһынып йәшәгәндер. Шағирҙың тыуған яғына, туғандарына, бауырҙаштарына булған барса мөхәббәте, барса булмышы ошо юлдарҙа түгелме икән? Үткән аҙна Илеш районына юл төшкәндә Шәммәт ауылында Роберт Миңнуллиндың музейына ла инеп сығырға яҙҙы. Музей алдында шағирҙың бюсы ҡалҡҡан, уның янында тын тороп ағайҙы иҫкә алдыҡ. Музей ике республика ярҙамында эшләнгән. Бер ҙур бүлмәлә шағир китапханаһы: Роберт ағайға автограф менән бүләк итеп бирелгән бихисап китаптар. Улары – үҙе бер тарих. Ошонда уҡ ағастан эшләнгән айыу һындары теҙелеп киткән.Шағирҙың быныһы бер шөғөлө булған икән. Музей өс бүлмәне биләй. Бик заманса. Мониторҙарҙа шағирҙың китап тышлыҡтары бер-бер артлы алмашынып тора. Ҙур экранда шағир хаҡында фильм, уның әҫәрҙәренә төшөрөлгән клиптарҙы ҡарап була. Ыҡсым ғына кәнәфиҙәргә ултырып, уның һүҙҙәренә яҙылған йырҙарҙы, бер кемгә ҡамасауламай, ҡолаҡсындар менән тыңлап кинәнес алаһың. Шәхси әйберҙәре, шәжәрәһе лә бар. Музей ҙа, китапхана ла бик һоҡландырҙы. Тик башҡаһы мине тетрәндерҙе, уйға һалды. Шағир мәрхүм булғас, тормош иптәше, улы-ҡыҙы, бер туған ҡусты-һеңлеләре Роберт ағайҙы иҫләп, һағынып һөйләгән 15 минутлыҡ ҡына фильм күрһәттеләр. Шундағы ҡайһы бер хәтирәләрҙе теркәйем әле. Фән исемле бер туған ҡустыһы һөйләй: – Өләсәйем беҙҙең Аҡтаныш районынан ине. Ҡурайҙа уйнай торғайны. Тәүҙә нәҙегерәк балтырған көпшәһенең ике быуын араһын ҡырҡып ала был. Үзбәктәрҙеке кеүек ыштан кейәләр ине ул саҡта ҡарсыҡтар. Итәген күтәреп кеҫәһенән бәке тартып сығара, баяғы көпшәгә бармаҡтарын ҡуя-ҡуя, үҙенә кәрәкле араны-моңдо белеп, самалап тишектәр уя. Беҙ аңламайбыҙ әле. Шунан уйнап ебәрә. Шаҡ ҡатып тыңлайбыҙ. Иҫ киткес моң. Мөғжизә инде. Шулай башҡорт ҡурайында башҡорттоң оҙон көйҙәрен һуҙа ине өләсәйебеҙ. Роберт абый олораҡ булғас, был моңдарҙы күңеленә нығыраҡ һеңдереп үҫкәндер. Ат ҡылынан мондалина яһаған саҡтары ла булды абыйҙың... Бына ҡайҙан килә ул ҡурай, ҡандан, тамырҙарҙан, тимәк. “Мин үҙем татар менән башҡорт сәнғәте бишегендә үҫкән кеше. Башҡорт моңо, ҡурайы, эпосы, ҡобайырҙары... Иҫ киткес фольклоры бар уның. Үҙем татар мәктәбендә уҡыным, әммә гел башҡорт радиоһын тыңлап үҫтек, шуға башҡорт телен туған телем кеүек беләм. Бала саҡтан башҡортса уҡыным, сөнки өйөбөҙҙә шул телдә гәзит-журналдарҙы алдыралар ине... Ҡазанда мине – башҡорт, ә Башҡортостанда – татар тип иҫәпләйҙәр.” – тип һөйләй ул“Путешествие с поэтом Робертом Миннуллиным в Уфу и обратно” тигән китапта. (Авторы – Удмурт республикаһының халыҡ яҙыусыһы Вячеслав Ар-Серги). Баяғы фильмда ҡатыны Клара апай һөйләй: – Өлкән бала булараҡ ул әти вазифаһын да үтәгәндер туғандарына. Бәлки ул уны үҙе аңламағандыр ҙа, тора бара, тора бара үҫә-үҫә генә аңлай башлағандыр, улар өсөн оло яуаплылыҡ та тотҡандыр. Шулай тип фаразлайым. Йәшәй башлағансы, оҙаҡ дуҫлашып та йөрөгәс, бер-беребеҙҙе белгән кеүекбеҙ ҙә бит, тик йәшәй башлағас та күп яҡтар яңынан асыла икән. Шулай бер отпуск мәле етте. Йәй көнө. Элек машина юҡ, юл юҡ, Аҡтанышҡа һыу аша ҡайтабыҙ. Улыбыҙҙы алдан каникулға ҡайтарып ҡуябыҙ инде. Ҡайтабыҙ артабан был яғына ат менәнме, йәйәүме, тигәндәй. Шул саҡ мин Роберттың әнкәй менән осрашҡанда иҫәнләшкәндәрен иҫләйем хәҙер. Бына әкрен генә бер-береһенә киләләр, шунан туҡтап, улар оҙаҡ бер-береһенең күҙҙәренә ҡарашып торалар. Иҫем китә ине шуға. Әнкәй Роберттың күҙенә ҡарай ине. Нисек хәлдәре икән балаҡайымдың, күңел торошо нисек бының, ауыр хәсрәттәре юҡмы, тип уйлаймы икән? Роберт ҡуҙғала ла, әкрен генә, йомшаҡ ҡына атлап килә, шунан ҡул бирешәләр ине улар.

