Унан һуңғы хәлдәр ҡурҡыныс төш кеүек. Ул төштөң иге-сиге юҡ, һаташыуҙан арынып уянырға,... — 30 июля 2026 г. в 05:45:49.404
Унан һуңғы хәлдәр ҡурҡыныс төш кеүек. Ул төштөң иге-сиге юҡ, һаташыуҙан арынып уянырға, ысынбарлыҡҡа ҡайтырға мөмкин дә түгел. Ҡайныһы килененән ҡарашын йәшерергә маташты. Ҡәйнәһе килененең өр-яңы быймаларын, өҫтөндәге матур тунын, башындағы өбөрөһө күпереп торған дебет шәлен һалдырып алып, Миңзадаға көйәнән ашалып тишкеләнгән, яҙа-йоҙа табанланған быйма, үҙе инде бихисап йылдар мал- тыуар араһына кейеп әрһеҙләгән көпөһөн, ылҡаһы ҡалмаған алама шәлен ырғытты. Быймалары кейергә лә яраҡһыҙ булып сыҡты, уларҙы нишләтергә белмәй аптырап ҡалған Миңзаданы ла, абыстайын да бер талай өн-тынһыҙ күҙәтеп ултырған хәҙрәт ҡайҙандыр сүс бауы алып инде лә, тартыныуын еңеп, быйма ҡуңыстарын нығытып, килененең аяҡтарына ҡуша бәйләп ҡуйҙы. – Яратҡан киленеңде Юлдашына йөкмәп алып барып ырғытырһың әллә. Дауамы сайтта: https://vk.cc/cYzY9T

