Минең тәндә бүре йәшәй, — 29 июля 2026 г. в 08:02:50.903
Минең тәндә бүре йәшәй, Һәм тамырҙарымда ҡаны. Ҡыҙа ул ҡан, күҙҙе ҡаплай, Тағы шашһа дошмандарым. Һеҙ, меҫкендәр, ике йөҙлө Ҡурҡаҡ шайтан ҡолдары. Эй, дошмандар янап әйтәм, Көтә һеҙҙе башҡорт улдары. Башҡорт - тыныс, ләкин ҡыҙыу - Теймәҫ ул һис бер кемгә. Беренсе булып ҡорал тотоп, Һуғыш менән аяҡ баҫмаҫ сит ергә. Борондан ҡанлы һуғыш, Үлем килһә күршеләргә. Бүре тоҡомо йоҙроҡ булып, Берҙәм яуға күтәрелә. Ҡырмыҫҡалы районы Мөкәй ауылынан батыр яугир Линар Хәмитов шиғыры.

