Йәйге кисте моңло йыр йәмләһен! — 28 июля 2026 г. в 18:17:39.974
Йәйге кисте моңло йыр йәмләһен! Көйөргәҙенән йырсы Азамат Туйгилдин башҡара. Әллә тормош… Әллә йәшәү шундай, Ғүмер буйы ваҡыт етмәй шул. Йәшәү өсөн ерҙә тырышабыҙ — Ваҡыт етмәй кеше китмәй ул. Ҡушымта Ваҡыт етмәй яҡын кешеләргә, Йылы һүҙҙәр менән өндәшергә! Бар булғаны менән риза булып, Аллаһ теләгәнсә йәшәргә ! Ваҡыт етмәй ҡайсаҡ йоҡларға ла, Ҡайнар ашты тәмләп ҡабырға. Ашығабыҙ … белмәй ҡиблаларҙы, Ҡай тарафтан ғына табырға? Ваҡыт етмәй ата-әсәйҙәрҙе Иҫән саҡта ҡайтып күрергә. Йәнгә ауыр йөктәр йыйып алып, Зарланабыҙ яҙмыш - дәүергә. Ваҡыт етмәй… Тик уфтанмайыҡ әле… Ҡайғы еле генә иҫмәһен. Бар нәмәгә ваҡыт етмәгән кеүек, Китергә лә ваҡыт етмәһен! Ирек Ғабдрахманов

