Ауыр хәбәр — 28 июля 2026 г. в 07:44:17.099
Ауыр хәбәр Оҙайлы ауырыуҙан беҙҙең шағирә, фольклорсы, Факиһа Туғыҙбаева исемендәге премия лауреаты Рәйсә Харис ҡыҙы Яҡупова вафат булып ҡалды... Ағинәйебеҙҙең туғандарының һәм яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ һәм сабырлыҡ теләйбеҙ. Яҡупова Рәйсә Харис ҡыҙы 1939 йылдың 9 майында Бүздәк районы Ҡаңны-Төркәй ауылында икенсе бала булып донъяға килә. Уға 2 генә йәш булғанда атаһы Бөйөк Ватан һуғышына китә һәм яу яланында ятып ҡала. Был ҡатмарлы замандың бөтә ауырлыҡтарын татып үҫкән быуын вәкиле Рәйсә апай. Ҡаңны-Төркәй ауылы егетенә тормошҡа сығып, дүрт ул, бер ҡыҙ тәрбиәләп үҫтерәләр. Хаҡлы ялға сыҡҡансы балалар баҡсаһында тәрбиәсе булып эшләй. Рәйсә Харис ҡыҙы күп балалы әсә һәм өләсәй, ауыл хәбәрсеһе, фольклорсы, шәхси музей хужаһы, 5 китап авторы, халыҡ йолаларын һәм традицияларын һаҡлаусы, 30 йылдан ашыу «Заһиҙә» башҡорт халыҡ фольклор ансамбленең һәм «Ағинәйҙәр ҡоро» ойошмаһының әүҙем ағзаһы булды. Йырҙар, шиғырҙар, таҡмаҡтар ижад итте. “БашРедактор” нәшриәтендә уның “Хазина” һәм “Балаларға мираҫым” тип аталған китаптары баҫылды. Республика, район конкурстарының барыһында ла ул даими ҡатнашты. Ошоноң һөҙөмтәһе булараҡ Рәйсә Харис ҡыҙына әүҙем ижади эшмәкәрлеге өсөн Факиһа Туғыҙбаева исемендәге премия ла тапшырылды. «Ғүмерем буйы тыуған илем, районым, ауылым тип йәшәнем, эшләнем. Боронғо йолаларҙы, ғөрөф-ғәҙәттәрҙе, телебеҙҙе һаҡларға тырыштым. Республикама, районыма, ауылыма булған тәрән һөйөүем һәм ихтирамым хеҙмәтемдә асыҡ сағылалыр тип ышанам», - тигәйне ул.

