Бөгөн Башҡортостандың халыҡ шағиры, билдәле йәмәғәт эшмәкәре, шағирә, журналист, Шәһит ... — 28 июля 2026 г. в 16:14:56.071
Бөгөн Башҡортостандың халыҡ шағиры, билдәле йәмәғәт эшмәкәре, шағирә, журналист, Шәһит Хоҙайбирҙин, Шәйехзада Бабич исемендәге дәүләт премиялары лауреаты, Салауат Юлаев ордены кавалеры, «Аҡбуҙат» журналының баш мөхәррире Лариса Абдуллина тыуған көнөн билдәләй! Ҡәләмдәшебеҙҙе ғүмер байрамы менән ҡотлап, бәхетле, ижадлы оҙон ғүмер, ныҡлы һаулыҡ теләйбеҙ! Аҫабалар рухы Оло һағыш ояланы миңә Үҙ-үҙемде белә-белгәндән. Әсәй, әйтсе, ирек өләшеүсе Түгел микән анау килгәндәр! Ниндәйерәк булды икән урман Ата-бабам һунар сыҡҡанда? Хәҙер бармы айыу йыҡҡан ирҙәр? Суҡмар менән бүре һуҡҡандар… Ирҙәрме ни, Айыу ҡалды микән? Ҡалды микән тоғро бүреләр? Тәбиғилек, ғәрлек кеүек хистәр Минең хәтеремдә тереләр. Аҫабалар рухы йәшәй миндә Эске аңда мең төр уй ята. Ете төндә уйламаҫлыҡ уйҙан Ете тапҡыр рухым уята. Тәбиғилек хәҙер ғәрлекме ни! Ихласлыҡтың юҡмы хаҡтары! Намыҫ һатылһа ла, улар һис юҡ, Эҙләһәң дә баҙар аҡтарып. Юҡ, кәрәкмәй, сәнске-бысағығыҙ, Бишбармаҡлап тәмле бишбармаҡ. Европаға табан ынтылдыҡ та, Ҡаранымы беҙгә ул ярап! Минең халҡым башлап яу сапмаған. Изге булған уның көрәше! Ерһеҙҙәргә үҙ ер биргән дә, Булған малын бүлгән өләшеп. Аҫабалар рухы йәшәй миндә — Аҡһаҡалдай сабый Ватаным! Теләһәгеҙ шул тәбиғи илгә, Аҡбуҙатта алып ҡайтамын. Килер бер көн. Рухы ныҡлы ҡалыр. Рухиәттә йәшәр ул халыҡ. «Аҫабалар беҙҙе һаҡланы!» – тип Әйтер улар таң ҡалып.

