Шиғырҙар
Канал в MAX
Загружаем канал…
Мы используем файлы cookie для работы сайта и аналитики посещаемости. Подробнее в Политике обработки данных и Правилах.
Канал в MAX
Ҡәҙерле дуҫтар! Шиғырҙар каналына рәхим итегеҙ! Ошо һылтанма буйынса дуҫтарығыҙҙы саҡыра алаһығыҙ: https://max.ru/channel_shigirsar
Римма Баймырҙина һинең өсөн Артта ҡалды хыял тулы йәшлек Ятҡа ҡалды йәндәй һөйгәнем. Йәнкәйемә тынғы бирмәй - ярһып Әрнеп - тулап тибә йөрәгем. Ҡалыр инде, моң - һағышҡа тулы Һиңә арнап яҙған йырҙарым. Ҡайнар хисле, яҡты хыялдарым Саф һөйөүле йәшлек йылдарым. Мәңге һүнмәҫ ҡайнар хистәребеҙ Ҡышҡы ҡояш кеүек һүрелде. Ниндәй һүҙҙәр табып йыуатырға Өмөт тулы, хисле күңелде. Артта ҡалды йәшлек йылдарыбыҙ Маңлайҙарға һыҙып һырҙарын. Оҙата килер ғүмер юлдарымда Һөйөү тулы йәшлек йырҙарым.
Аҡланыр бит көткән өмөттәр Баймырҙина Римма Яңы көн тыуыуға матур уйҙар Өмөт, хыял йәндә яралһа. "Һуғыш бөттө" тигән изге хәбәр Йәшен тиҙлегендәй таралһа. Нисә йылдар халҡым өмөтләнеп Ошо көндө көтөп йәшәйҙер. Һуғыш бөтһә әгәр ер йөҙөндә Тыныс йоҡлар ине әсәйҙәр. Утлы уйҙар уя йөрәктәрҙе Бәғерҙәрҙе телә йәберҙән. Биләр ине бәхет күңелдәрҙе "Һуғыш бөттө" тигән хәбәрҙән. Алһыуланып тыныс таңдар атыр Аҡланыр бит көткән өмөттәр. Тыуған яҡҡа иҫән имен ҡайтыр Яу ҡырына киткән егеттәр.
Әсәйемдең сәйҙәре Баймырҙина Римма Бала саҡта аунап урындыҡта Сәй эскәнде иҫкә төшөрәм. Түр башында еҙ самауыр йырлай Әсәй тәмле сәйен бешерә. Мейестән сыҡҡан икмәк тәмдәренең Еҫкәйҙәре өйгә тарала. Өр - яңынан, алыҫтарҙа ҡалған Хәтирәләр йәндә ярала. Ҡайтып булһа икән үткәндәргә Артҡа бороп сәғәт телдәрен. Бер вайымһыҙ бала саҡтарымдың Һағынамын тәмле мәлдәрен. Күптән бөттө инде урындыҡтар Самауырҙар түрҙә йырламай. Иҫән саҡта ғәзиз йәндәребеҙ Ҡайтып йөр(ө)һәк ине һуңламай
Рәхмәт һеҙгә әтей, әней Баймырҙина Римма Әтей, әней һеҙҙе онотмайым Сыҡмайһығыҙ һис тә уйымдан. Ҡурсалайҙыр һеҙҙең фатихалар Тайпылдырмай ситкә юлымдан. Онотмайым һеҙҙе ғәзиздәрем Һәр йомала ҡылам доғалар. Йәнем менән тойоп йылығыҙҙы Йәшәйем мин яҡты донъяла. "Үсле булма ҡыҙым, көслө бул" тип Әтей, әней мине өйрәтте. Ошо һүҙҙәр көс - ҡеүәттәр өҫтәп Яҙмыш йөгөн алға һөйрәтте. Ай йондоҙһоҙ ҡара төндәремдә Маяҡ булып төштө яҡтығыҙ. Аҙашҡанда донъя ҡулсаһында Ҡалҡан булып ерҙән ҡалҡтығыҙ.
Һинең яҙмыш - минең яҙмыш Баймырҙина Римма Мөғжизәләр донъяһында Әллә күпме серҙәр бар. Беҙ белмәгән, күҙ күрмәгән Ниндәй гүзәл ерҙәр бар. Текә ғорур таш - ҡаялар Бөйөк мәғрүр тауҙар бар. Һыуһыныңды ҡандырырлыҡ Саф шишмәле һыуҙар бар. Ете диңгеҙ аръяғында Гөл сәкәле илдәр бар. Нисә милләт халҡы йәшәй Төрлө - төрлө телдәр бар. Ҡайҙа ғына йәшәһәктә Бер һауаны һулайбыҙ. Мәдхиәләр йырлай - йырлай Тыуған ерҙе данлайбыҙ. Ҡояш менән һауабыҙ ҙа Бар ерҙә лә бер икән. Кентек ҡаны тамған ергә Минең тамыр береккән. Һинең яҙмыш - минең яҙмыш Шатланам мин һөйөнәм. Ыңғырашһа Ер әсәбеҙ Һыҙланам мин көйөнәм.
Бәхет бөркөй Баймырҙина Римма Өйөрөлөп төшә ҡар бөртөгө Ҡыш һалҡыны тынын бөркөнө. Ҡыҙыл - ялҡын, алтын япраҡтары Мөғжизәләр тулы бер көнө. Көҙ менән ҡыш бөгөн ҡауышҡанда Туй үткәрә кеүек ҡыҙҙырып. Тәбиғәтен матур төҫкә биҙәп Ҡыш егете йөрөй һыҙғырып. Нескә билле һылыу аҡ ҡайындар Селтәр мамыҡ шәлгә төрөнгән. Күпте күргән йөҙ йәшәр имәндәр Сафҡа баҫҡан кеүек теҙелгән. Ҡыш егетенең дә бүләге мул Көмөш тәңкә һипкән һәр ергә. Йәй биҙәген ҡушып көҙһылыу ҙа Серле келәм сиккән бирнәгә. Яландарға сығып хис тағаттым Аҡ бәхетен бөрктө мөхәббәт. Күңелемә тынмаҫ рух өҫтәүсе Рәхмәт һиңә, хозур тәбиғәт.
Хәтирә һандығы Баймырҙина Римма Асып һалып хәтирәләр һандығын Барлап сыҡтым ғүмер хазинаһын. Байлыҡ та юҡ шикелле, иҫ китәрлек Ниҙер эҙләп һаман, ҡаҙынамын. Ниҙәр генә юҡ: һандығым эсендә Шатлығым: мөлдәрәмә өйөлгән. Шау сәскәле, йәмле лә йәйҙәремдә Сафлығым: аҡ бәхеткә төрөлгән. Булған: күҙ йәше менән һуғарылған Ай йондоҙһоҙ ҡараңғы төндәр ҙә. Яҙғы ташҡындай ярҙарына һыймай Урғылып та аҡҡан ярһыу мәлдәр ҙә. Алып аттым, хәтирә һандығынан Әсе әремдәй - ағыу еҫлеһен. Бары иҫтәлеккә тиеп ҡалдырҙым Һырлап биҙәлгән, сағыу төҫлөһөн. Рух байлығы булды минең юлдашым Иҫ китмәне һис, мәтди байлыҡҡа. Ҡәнәғәтмен, рәхмәтлемен яҙмышҡа Шөкөр ҡылам бөгөнгө көн барлыҡҡа Биргән өсөн Хаҡ Тәғәләм һаулыҡҡа.
Утлы балан Баймырҙина Римма Үҫә баҡса мөйөшөндә Ҡыҙыл тәлгәшле балан. Серле балан емешенән Йәнемә дауа алам. Тәүге ҡырау наҙлап үпкәс Баллана емештәре. Янып торған утлы балан Баулана тәлгәштәре. Мөхәббәт, һөйөү емеше Хас та кеше йөрәге. Мең төрлө дауаға эйә Балан төше, һөйәге. "Әсе" тиҙәр, "әсе" тиҙәр Яңғыҙҙар берләшәкәндә. Тик сабырҙар ғына түҙәр Ауыҙҙар бөрөшкәндә. Саф һөйөүҙең емештәре Балан тылсымлы ағас. Түгелмәһен күҙ йәштәре. Ике йөрәк ҡушылғас.
Тормош бит ул Баймырҙина Римма Тормош бит ул: ҡара урман Кемдер кереп юғала. Тапалған һуҡмаҡтан бармай Тик үҙенсә юл һала. Урман тулы йыртҡыс - йәнлек Аслы - туҡлы бүреһе. Кемдер көслө, кемдер үсле Кемдә һарыҡ тиреһе. Кем урманға хужа бөгөн? Әллә хәйләкәр төлкө? Ойоп ятҡан айыуханмы? Иҫ китерлек бит, көлкө. Сетерекле һорауҙарға Ҡайҙан яуап табаһы? Килмәй әле йыртҡыстарға Емлек булып ҡалаһы. Тирә - яҡҡа күҙең һалсы. Яуыз тоҙағын ҡорған. Абайламай кемдер баҫып Ни сәбәптән ул: ҡорбан? Ҡанһыраған, ҡанға батҡан Эҙен һалған аҡ ҡарға. Ысҡыналмай тартҡылаша Килеп ҡапҡас ҡапҡанға. Урман йыртҡыс йәнлектәре Ҡоторған бөгөн яман. Боғаҙға - боғаҙ йәбешеү Туҡталырмы, бер заман? Урман хужаһын уятып Яуапҡа тарттырһалар. Ҡойроҡ болғаған ҡуштанды Бер һүҙһеҙ аттырһалар. Керер ине бәлки аҡыл Баш хужа,…
Читать целиком