Ҡапҡа төбө
Ҡапҡа төбө Баймырҙина Римма Ҡапҡа төбө, күпме серҙәр һаҡлай Шаһит бит ул наҙлы хистәргә. Ҡапҡа төбө - ғашиҡтар донъяһы Осраштыра айлы кистәрҙә. Оҙатыуҙар һәм дә хушлашыуҙар Ҡапҡа төптәренән башлана. Татлы ғазап көтөү...ҡауышыуҙар Хистәр ҡайнарлығы фашлана. Мөхәббәттең сәскә атҡан мәле Муйыл еҫтәренән илерткән. Наҙға тулған сағы саф күңелдең Йөрәк тибештәрен бер иткән. Таратам да ҡуйы томандарҙың "Һағыш" тигән һоро шаршауын. Хыял менән осам йәшлегемә Тыңлар өсөн сирень шаулауын. Йоҡоһоҙ ҙа үткән айлы төндәр Көтә кеүек ҡапҡа төптәре. Баҙнат итмәй генә һөйгәнемдең Тәүге тапҡыр наҙлап үпкәне.