Миҙгелдәрҙең сағыу мәлдәре
Миҙгелдәрҙең сағыу мәлдәре Баймырҙина Римма Ҡаҙ бәпкәһе кеүек бәпембәләр Ялан - болондарға һибелер. Ҡар ҡатламын тишеп умырзая Ҡояш нурҙарына үрелер. Өйкөм өйкөм үҫкән умырзая Яҙһылыуҙың тәүге бүләге. Күктә турғай, ерҙә һөйөү моңы Ошоларҙа хистәр биҙәге. Бик әҙ генә йәшәй умырзая Ҡалҡып сыға ҡарҙар әрселгәс. Ғүмеркәйе уның нур балҡышы Бәхет өсөн ергә сәселгәс. Ул ҡояшҡа ғашиҡ, ҡояш уға Һис тә зая үтмәҫ көндәре. Мәңгелектер был бәйләнеш ерҙә Миҙгелдәрҙең сағыу мәлдәре.