Ярҙам итәр доғалар
Ярҙам итәр доғалар Баймырҙина Римма Ер йөҙөндә барлыҡ тереклек тә Бойһона бит һинең әмергә. Яуызлыҡты, изгелектәр менән Насип итһен Раббым еңергә. Һәр кемдең дә булһын киләсәге Яҡты өмөт көтһөн һәр көндө. Кеше йәнен ҡыйған ҡәбәхәткә Хаҡ Тәғәләм бирер хөкөмдө. Ҡабул булһын ошо изге айҙа Беҙ уҡыған аят, сүрәләр. Тулы зиһен, айыҡ аҡыл менән Эш итһендәр хужа түрәләр. Сафландырып күңел түрҙәренә Иман нуры керһен урғылып. Юлдаш булһын, юлын юғалтҡанға Мәңге һүнмәй торған нур булып. Ғонаһтарын кисер Хаҡ Тәғәләм Ярлыҡла һин һәр бер бәндәңде. Иртә кисен теләйбеҙ теләктәр Һала күрмә берүк бәләңде. Бәлә - ҡазаларҙан, әфәттәрҙән Ҡурсаласы зинһар Аллаһым. Әсәләрҙең күҙ йәшен түктермә Тартып алып ғәзиз балаһын. Рөхсәт итмә яуыз бәндәләргә Кеше ғүмерҙәрен өҙәргә. Өйрәт Раббым күркәм сабырлыҡҡа, Ауырлыҡтар килһә түҙәргә. Йәшәү ауыр тип, һис ҡасанда Зар илама бәндәм, һыҡтанма. Шөкөр итә белеп булғанына, Риза булып, һөйөн һәр таңға. Хаҡ Тәғәләм беҙҙе яралтҡанһың Яҡты донъяларҙа йәшәргә. Йәшәү мәғәнәһе әйләнмәһен Әйләнмәһен ине мәхшәргә. Бәғзеләрҙән ерҙә аҡ нур ҡала Изгелеге ҡала мәңгегә. Нәфселәре аҙғын бәндәләрҙең Ҡала бары, ҡара күләгә. Теләк теләп, зекер ҡылыуҙарың Иҫ киткес бер матур ғибәҙәт. Аллаһыны көндә иҫкә алыу Мосолманға лайыҡ бер ғәҙәт. Илебеҙҙә тыуған фәжиғәләр Борсоу һала йәнгә, күңелгә. "Һуғыш" тигән һүҙҙе ишетеүгә Күҙ йәштәре аға, түгелә. Хаҡ Тәғәләм һинең ҡөҙрәтең киң Дусар итмә берүк йәбергә. Ер йөҙөндә барлыҡ тереклек тә Бойһона бит һинең әмергә.