Тиңһеҙ хазина
Тиңһеҙ хазина Баймырҙина Римма "Матди байлыҡ" тиеп ҡайһы кеше Һыта тапай яҡын туғанын. Яулар өсөн: дан, дәрәжә, абруй Һата халҡын, намыҫ - выжданын. Күкрәк һуғып маһайғандар байтаҡ Ҡан илатып йыйған байлыҡҡа. Күңел күҙе күрмәй томаланған Һөйрәй һаман төпһөҙ һаҙлыҡҡа. Дан - шөһрәт килһә: кеше шашына Мин - минлеккә ҡуйып өҫтөнлөк. Изге ғәмәл ҡылып өлгөрәйек Ҡыҫҡа ғына ғүмер, өс көнлөк. Ололарҙан ҡалған бер аҡыл бар: Матди байлыҡ бары бер айлыҡ. Күңел офоҡтарын яҡтыртыусы Тиңһеҙ хазина: рухи байлыҡ.