Ҡышҡы урман
Ҡышҡы урман Баймырҙина Римма Әкиәттәй сихри донъя Күңел биреп ҡараһаң. Туҡ - туҡ килә тумыртҡа ла Әллә һуға барабан. Аҡастан - ағасҡа ҡунып Ғәйбәт йыя һайыҫҡан. Шеш ҡолаҡты эҙәрлекләп Хәйләкәр төлкө боҫҡан. Иҫ китмәле ҡышҡы урман Аҡ юрғанға төрөнгән. Гәлсәр яуа ағастарҙан Уҡтай осҡан тейендән. Ҡара күҙле аҡ ҡайындар Оялып башын эйгән. Ҡарағай ҙа йәш егеттәй Йәшел еләнен кейгән. Ҡолас йәйеп ҡаршы ала Ғәжәйеп серле урман. Сафлыҡ шатлыҡҡа тулышып Уйнай күңелдә буран.