УЯТ ӘЛЕ ӘСӘЙ ИРКӘЛӘП.
УЯТ ӘЛЕ ӘСӘЙ ИРКӘЛӘП. Уят әсәй, мине элеккеләй "Тор ҡыҙым"- тип наҙлап иркәләп. Яңы бешкән йылы икмәк менән Эсәр инек сәйҙәр икәүләп. Уят әсәй, уят, иртә таңдан, Һис кенә лә ятмам ҡарышып. Ҡар бураны һалған ыҙандарҙы Көрәр инем, әсәй, тырышып. Уят мине, әсәй, һис тартынма, Бала саҡҡа килә ҡайтаһым. Ҡаҙ бәпкәһе көткән болондарҙа Рәхәтләнеп килә ятаһым. Тик бер көнгә генә ҡайтһаң ине, Һағындыра сабый саҡтарым. Ҡаршылайһы ине усаҡ яғып Һыҙылып ҡына таңдар атҡанын, Уят әсәй, килә ҡайтаһым.