Аҡланыр бит көткән өмөттәр
Аҡланыр бит көткән өмөттәр Баймырҙина Римма Яңы көн тыуыуға матур уйҙар Өмөт, хыял йәндә яралһа. "Һуғыш бөттө" тигән изге хәбәр Йәшен тиҙлегендәй таралһа. Нисә йылдар халҡым өмөтләнеп Ошо көндө көтөп йәшәйҙер. Һуғыш бөтһә әгәр ер йөҙөндә Тыныс йоҡлар ине әсәйҙәр. Утлы уйҙар уя йөрәктәрҙе Бәғерҙәрҙе телә йәберҙән. Биләр ине бәхет күңелдәрҙе "Һуғыш бөттө" тигән хәбәрҙән. Алһыуланып тыныс таңдар атыр Аҡланыр бит көткән өмөттәр. Тыуған яҡҡа иҫән имен ҡайтыр Яу ҡырына киткән егеттәр.